“Телевидение алыҫта янған йондоҙ кеүек ине...”23.11.2018

Бөгөн уның тормошо телеүҙәк менән тығыҙ бәйле.

Был ҡыҙҙы йәштәр яҡшы белә. Наҙгөл Ғәлиеваға етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ: шиғырҙарҙан тыш, һуңғы йылдарҙа башҡорт эстрадаһында яңғыраған күпселек йыр һүҙҙәренең авторы ла ул. Үҙ юлын Инстаграмдағы вайндар, йәғни ҡыҫҡа юмористик видеояҙмаларҙа төшөүҙән башлаған ҡыҙ бөгөн БЮТ-та барған “Бәхетнамә” тапшырыуында “Башҡорт интернеты яңылыҡтары” рубрикаһын алып бара. Уның ҡатнашлығында йәнә “Ҡурай” телеканалы сиктәрендә “Шаршау артында” тигән үҙенсәлекле тапшырыу эфирға сығасаҡ.

– Тележурналист булыу теләге бала саҡ хыялыңмы?

– Бәләкәй саҡта “әртис булам” ти торғайным. Бер журналист апай миңә алты йәш саҡта “киләсәктә был ҡыҙҙы зәңгәр экрандарҙа күрербеҙ” тип “Йәншишмә” гәзитендә яҙып сыҡҡас, шул хыял менән яна башланым. Ул ваҡытта телевидение алыҫта янған йондоҙ кеүек ине.
– Тәүге тапҡыр камера алдына баҫҡаныңды хәтерләйһеңме? Ҡасан, ниндәй тапшырыу ине ул?

– Иҫемдә, ул “Йәйләү” балалар лагерында ял иткәндә БЮТ каналының махсус тапшырыуы ине. “Йәйләү һылыу­ҡайы” бәйгеһендә еңеү яулағас, минән интервью алғайнылар. Ныҡ тулҡынлан­дым, хатта аҙаҡ эфирҙы ҡарарға батырсылығым етмәне (көлә – авт.).

– Ә алып барыусы булараҡ, тәүге эфирың ниндәй тәьҫораттар ҡалдыр­ҙы?

– “Бәхетнамә” тапшырыуындағы “Башҡорт интернеты яңылыҡтары”н алып барырға саҡырҙылар. Рубрикаға материалды ла тулыһынса үҙем әҙер­ләгәс, еңелерәк булды, ләкин тәүҙә, шартына килтереп, кейем һайлай алмай тулҡынландым, аҙаҡ маңлайға тир бәреп сығып, камераны бер нисә тапҡыр туҡтатырға тура килде. Тәүге сығары­лышты һаман да ҡарарға ҡыйынһынам, бар кисерештәр киренән баҫып ала.

– Материалды үҙем әҙерләйем, тинең. “Башҡорт интернеты яңылыҡ­тары” рубрикаһын төҙөү идеяһы ла һинекеме?

– Юҡ, уның авторы – “Бәхетнамә” етәксеһе Гөлназ Яҡупова. Мин рубри­каның форматына бер аҙ үҙгәреш кенә индерҙем.

– Яңыраҡ Башҡортостан дәүләт концерт залында “Бүреләр” рок төркөмөнөң симфоник оркестр менән берлектәге концерты булды. Был сарала һине оператор янында микрофон тотҡан килеш күрергә мөмкин ине...

– Ошо арала “Шаршау артында” тигән яңы тапшырыу сығасаҡ. Проект яңы уйлап сығарылған велосипед түгел, бындай формат инде күптән Рәсәй, Ҡаҙағстан эстрадаларында киң ҡулла­ныла. Әлеге ваҡытта башҡорт эстра­даһы өлкәһендә шаршау артында ниҙәр барғанын яҡтыртҡан тапшырыуҙар юҡ, шуға күрә был идеяны тормошҡа ашырырға булдыҡ. Минең тәҡдимде “Ҡурай” телеканалы күтәреп алды һәм бар башланғыстарҙа ҙур ярҙам күрһәтте.

– Теге йәки был сәнғәт әһеле йәки тамашасы менән аралашҡанда һорауҙарҙы алдан әҙерләйһеңме, әллә импровизация алымын ҡулланаһыңмы?
– Алдан әҙерләйем, тик ҡағыҙ менән йөрөп булмай бит – оно­толған мәлдәр ҙә була, эш барышында барыһын да яңынан уйларға тура килә.
– Телевидение донъяһында оҡшарға тырышҡан, үҙеңә үрнәк итеп ҡуйған “йондоҙҙар” бармы?

– Әлбиттә. Ида Галич. Башҡорт телевидениеһы вәкиле түгел, әлбиттә, тик тап уны үҙемә үрнәк итеп ҡуям. Бәлки, уға ҡарап та мин күберәк телевидениеның тап үҙендә түгел, ә интернет селтәрендә билдәлерәк булған проекттарға йәбешәмдер. “Шаршау артында” проекты эфирға сыҡмаясаҡ, ул “Ҡурай” телеканалының социаль селтәрҙәрендә донъя күрәсәк, сөнки унда күнегелгән ҡалыптарҙан саҡ ҡына ситкә китеү бар.

“Башҡорт интернеты яңылыҡтары” ла тап Бәйләнештә сайтында киң тарала. Телевизорҙың үҙендә күрҙем, тип килеп өндәшеүселәр һирәк.
– Был күренеш киләсәктә телевизион каналдар бөтөрөлөп, телевиде­ниеның интернет селтәренә күсә барыуын аңлатмаймы икән, нисек уйлайһың? Һәм ҡурҡынысмы был? Әллә шулай булырға тейешме?

– Телевидение ниндәйҙер сихри көскә эйә. Интернет ҡыҙыҡ, яҡын һәм ҡулайлы, әммә телевидение нығыраҡ тарта – унда үҙеңде бөтөнләй икенсе кеше итеп тояһың, барыһы ла ҡулыңдан килер төҫлө. Беҙҙең милли телевидениела иҫ киткес кешеләр эшләгәнен иҫәпкә алғанда, телеүҙәктең сихри тартыу көсө булғанда, телевидениеға бер ни ҙә янамай.

Ә интернет селтәренә килгәндә, унда әллә ни сиктәр юҡ, үҙеңде иркен тоторға, мәҫәлән, ихлас көлөргә мөмкин. Бар ярһыуҙарың, дәртең сағыла. Минең ише ҡыҙыу кешеләргә телевидение һәм интернет донъялары араһында йөрөү – иң шәп ысул. Тәүгеһе генә шәхсән миңә тар булыр ине.


– Киләсәктә яңы форматтағы тапшырыу әҙерләү, яңы идеяларҙы ғәмәлгә ашырыу тураһында уй-ниәтең бармы?

– Өмөтләнәм, әлбиттә. Ижади идеялар күп, әлеге мәлдәге проекттар менән ышаныс яулаһам, шәхсән үҙемдекеләргә лә алыҫ ҡалмаҫ.

– Һинеңсә, беҙҙең милли телеви­дениеға ниндәй үҙгәрештәр етмәй? Ниндәйерәк тапшырыуҙар менән зәңгәр экрандарға яңы һулыш өрөргә кәрәк?

– Йәштәр әҙ килә телевидениеға... Әллә батырсылыҡтары етмәй, әллә бигерәк вайымһыҙҙар. Ә үҙҙәре “йәш­тәргә йүнәл­телгән программалар юҡ” тип мыжый. Тап йәштәр телевидение­ның төп көсөн тәшкил итергә тейеш бит.

– Йәштәргә ниндәй йүнәлештәге тапшырыуҙар кәрәк?

– Барыһы өсөн дә яуап бирә алмайым, әммә йәш алып барыусылар менән динамикалы, дәртле тапшырыуҙар етмәйҙер, тигән фекерҙәмен. Үҫешкә, уңышҡа өлгәшкән йәштәр тормошонан бер көн ҡарау ҙа ҡыҙыҡлы булыр ине. Студияла ултырып ҡына, тамашасыға бар идеяны еткереп булмай.

– Хеҙмәттәштәрең араһында кемдәрҙе күҙәтеп бараһың? Рәсәй-Башҡортостан каналында ла һуңғы ваҡытта яңы тапшырыуҙар етерлек...
– “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуынан Рәлиә Сәхибгәрәева менән Иҙел Алсыновтың тандемы оҡшай. БЮТ-та хеҙмәттәштәрем барыһы ла йышҡы аша үтә, шуға күрә унда һәр береһен билдәләргә була.

– Йышҡы аша үтеү, тигәндәй... Тележурналист булыу өсөн талаптар үтә юғарылыр, эйеме? Был һөнәр кешеһе ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

– Тәүҙә юғары кеүек ине, хәҙер өйрәнелгән (йылмая – авт.). Сәсте сағыу төҫтәргә буяп булмай, дөйөм алғанда, образ менән дә эксперименттар яһау тыйыла. Күп уҡырға һәм, иң мөһиме, дикция өҫтөндә даими эшләү зарур. Тиҙәйткестәр – беҙҙең яҡын дуҫтар. Һәр ваҡыт йылмайып йөрөргә кәрәк. Донъяның һуңғы яңылыҡтары менән хәбәрҙар булыу ҙа мотлаҡ. Тележурналист күңел төшөнкөлөгөнә һәм стресҡа бирешмәҫкә тейеш.
– Ә юғары белемгә килгәндә?..

– Хуплана, тик бында барыһы ла кешенең үҙенән, үткерлегенән, сосло­ғонан тора.

– Белеүемсә, һин үҙең М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ны тамамлағанһың. Унда теле-радиожурналистика серҙә­ренә төшөндөрөү дәрестәре лә үткәрелгән. Улар һиңә нимә бирҙе?

– Мин уҡыған башҡорт төркөмө өс йыл дауамында эксперимент рәүешендә теле-радиожурналистика буйынса белем тупланы. Йыш ҡына БЮТ-ҡа кадр артында эшләгән­дәрен ҡарарға йөрөт­төләр, икенсе курста биш ай дауамында Рәсәй-Башҡортостан радиоһында ярҙам­сы булып эшләү мөмкинлеге лә бирелде.

– Был һөнәрҙә һүҙ байлығы мөһим. Телмәреңде байытыр өсөн ни эшләйһең?

– Күп уҡыйым, шиғырҙар ятлайым. Оло быуын вәкилдәре менән аралашам. “Аҫыл­таш” республика дебат уйындары сиктәрендә төрлө мөхиттә эшләгән йәштәр менән бәхәсләшеү ҙә үҙ өлөшөн бирә.

– Һөнәри әҙерлектән тыш, тележурналист булырға һәләт тә кәрәктер, эйеме? Шул уҡ шағир, яҙыусылар һымаҡ. Был йәһәттән шәхси фекереңде ишетке килә.

– Фекерем теләк булараҡ та яңғыраһын: тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Уңыштың 10 проценты ғына талант, тиҙәр бит.

Һуңғы арала телевидениела йәки интернет селтәрендәге теге йәки был видеояҙмаларҙа башҡортса контентта эшләп тә, ярым башҡортса, ярым русса һөйләшеүҙәр, матур әҙәби телдән ситләшеүҙәр, паразит һүҙҙәр күбәйҙе. Наҙгөл алып барған тапшырыуҙарҙы ҡарап, уның һүҙ байлығы, һөйләмдәрҙе матур, дөрөҫ төҙөй белеүе ҡыуандыра. Башҡорт телевидениеһының киләсәге — уның һымаҡ амбициялы, заман менән бергә атлаған, сағыу, дәртле йәштәрҙә.


Вернуться назад