Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ?23.11.2018
Кемдер Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән: “Әй рәсүлуллаһ, әҙәмдәрҙән кем иң яҡшы мөнәсәбәтемә лайыҡ?” – тип һораған. “Әсәйең”, – тигән рәсүлебеҙ. “Унан ҡала кем?” “Әсәйең.” “Унан ҡала кем?” “Әсәйең.” “Унан ҡала кем?” “Атайың”.

Был хәҙистән күренеүенсә, Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әсәйҙәрҙе атайҙарға ҡарағанда өсләтә нығыраҡ ҡәҙерләргә ҡушҡан.
Атай-әсәйең иҫән сағында уларға игелекле, мәрхәмәтле мөнәсәбәттә бул, мәрхүм булһалар, һәр саҡ доға ҡылып тор, тип өйрәтә динебеҙ.

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең әсәһе – инәбеҙ Әминә менән рәсүлебеҙҙе үҙ балаһындай яратып, ҡәҙерләп тәрбиәләгән, һаҡлаған һөт инәһе Хәлимә – был аяттарға тәү сиратта лайыҡ әсәләр.


Вернуться назад