Бер егет өлкән йәшкә еткән әсәһен хажға йөкмәп алып килгән. Хәле бөткән, аяҡтары ҡаты, сәнскеле үҫемлектәр һыҙырыуҙан ҡанаған. “Йә, рәсүлуллаһ, – тип мөрәжәғәт иткән ул Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә, – әсәйемдең бөтөн әйткәндәрен үтәп торам. Хатта ки үҙен хаж ҡылырға алып килдем. Уның хаҡын үтәй алдыммы?” Пәйғәмбәребеҙҙең яуабы иһә – һәр беребеҙ өсөн ҙур һабаҡ. “Әсәйҙәрҙең беҙҙе донъяға килтергән ваҡытта тотҡан бер тулғағының да хаҡын үтәү мөмкин түгел”, – тигән ул.
Ошо хәҙистәрҙе иҫкә төшөргәндә лә, әсәйҙәрҙең ни ҡәҙәр бөйөклөгөнә йәнә бер ҡат инанабыҙ. Уларға ихтирамыбыҙҙы байрам көнөндә генә түгел, көн дә күрһәтеп торорға бурыслыбыҙ.