Тырышыуҙы Аллаһ Тәғәлә ғибәҙәттең бер төрө тип билдәләгән һәм уны бәндәләренә фарыз ҡылған: “Һиңә Аллаһ биргән нәмәлә (малда) ахирәт йортон (ғәмен) эҙлә, был донъяла үҙеңдең өлөшөңдө онотма...” (“Әл-Ҡасас” сүрәһе, 77-се аят).
Донъялыҡтағы тормошон хәстәрләмәгән, тырышлыҡ һалмаған милләт ярлы ҡала. Һөҙөмтәлә бүтән милләт алдында мохтажға төшә. Бындай халыҡ үҙаллылығын юғалта һәм Аллаһ ҡаршыһында ғибәҙәтен теүәл үтәүҙән мәхрүм була. Балаларын уҡыта алмай, мәҙәниәтен, мәғрифәтен юғалта, наҙан булып ҡала. Ундай милләттең дине, иманы зәғифләнә, рухы ла һына. Рухһыҙ халыҡ йәшәй алмай.
Айырым кеше лә шулай уҡ диненән, мәҙәниәтенән, мәғрифәтенән, теленән, ғөрөф-ғәҙәтенән айырылһа, тормошта ауыр хәлгә төшә, мандый алмай, көнкүрешенең кимәле түбәнәйә, төшөнкөлөккә бирелә.
Мөхәммәт пәйғәмбәр бер хәҙисендә шулай тигән: “Ысын мосолман ахирәттән дә, донъянан да ваз кисмәҫ. Донъяһын онотоп, фәҡәт ахирәт өсөн тырышҡан кеше хәйерле мосолман түгел. Ахирәтте онотоп, бары тик донъя малы тип йәшәгән бәндә лә ысын мосолман булмаҫ. Кешенең хәйерлеһе, яҡшыһы икеһен дә бергә алып барыр һәм бүтәндәргә ауырлыҡ килтермәҫ”.
Был тәңгәлдә пәйғәмбәребеҙҙең икенсе бер хәҙисе лә фәһемле: “Донъялыҡ өсөн һис үлмәҫ кеше кеүек тырыш, ахирәт өсөн иртәгә үләсәк кеше кеүек тырыш”.