Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат23.11.2018
Тоғролоҡ һүҙҙәрҙәге, эштәрҙәге, ҡылыҡтарҙағы дөрөҫлөк тигәнде аңлата. Тоғролоҡло кеше ялғанды һөйләмәй, бер кемде лә алдамай, хәйлә ҡормай. Ундай кеше башҡалар араһында хөрмәтле һәм дәрәжәле була.

Тоғролоҡто Аллаһ Тәғәлә һәр мосол­манға фарыз бурыс итеп йөкмәткән. Аят һәм хәҙистәрҙең күбеһендә тоғролоҡтоң әһәмиәте аңлатып бирелгән. “Тәүбә” сүрәһенең 119-сы аятында шулай тиелгән: “Эй, мөьминдәр, Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм тоғролоҡло кешеләр менән бергә булығыҙ!”

Һүҙе – үҙенә, үҙе һүҙенә килешкән кеше генә мосолман була ала. Мосолман нисек бар, шулай булыр, һүҙ һөйләгәндә өс нәмәгә иғтибар итер:
l тоғро һөйләр;
l вәғәҙә бирһә, вәғәҙәһендә торор;
l хәленән килмәҫтәй мәсьәләләрҙә кешене ышандырмаҫ.

Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат. Мосолман кешеһе пәйғәмбәрҙән үрнәк ала. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм шулай тигән: “Аллаһҡа ышан һәм һәр эшеңдә тоғро бул”.


Вернуться назад