Көтөлмәгән һөйөнөстәр йышыраҡ булһын!23.11.2018
Редакциябыҙҙа ойошторолған “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһы дауам итә, унда ҡатнашыусыларҙың артҡандан-арта барыуы шатландыра.

Республикабыҙҙың төп баҫмаһы – “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға хат аша һалып ебәргән фекерҙәштәребеҙгә “Маҡар урмансылығы” предприятиеһы етештергән “Иван-чай (боланут)” сәйе һәм 2019 йылға “Башҡортса дини календарь” һәм башҡа иҫтәлекле бүләктәр даими тапшырыла. Ошо көндәрҙә бәхет Зөбәржәт Ваһаповаға йылмайҙы.

– Бәләкәйме ул, ҙурмы, һәр бү­ләк дәртләндерә, киләсәккә маҡ­саттар билдәләгәндә лә йүнәлеш бирә, – тип һөйләй Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатының социаль педагогы Зөбәржәт Ваһа­пова. –Туғандарымдың өлгөһөнә эйәреп, бәләкәйҙән гәзит-журналдар алдырам, уҡытыусы булараҡ иһә, дәрестә файҙаланыу өсөн иң кәрәкле тип тапҡандарын ҡырҡып папкаға һалып ҡуям. Гәзиттең ярҙамын шул ваҡытта бигерәк тә ныҡ тоям.

Тыумышы менән Яңауыл райо­нының Ахтиял ауылынан булған Зөбәржәт Мәүләү ҡыҙының Бәлә­бәйгә килеп төпләнеүенә байтаҡ ваҡыт үткән. Был яҡтарҙағы ха­лыҡтың ихласлығы, ярҙамсыл­лығы оҡшай, ҡаланың үҙенсә­лекле төҙөлөшө һәм таҙалығы күңелен арбаған. Тормошта һәр беребеҙгә көтөлмәгән шатлыҡтар йышыраҡ булһын тигән теләген дә еткерҙе әңгәмәсем.




Вернуться назад