Сәләмәтлек бүләк итәләр23.11.2018
Сәләмәтлек бүләк итәләрМиңә быйыл Башҡортос­таны­быҙҙың данлыҡлы һәм шифалы “Красноусол” шифаханаһында ял итеү бәхете тейҙе. Үҙем Ғафури районының Бурлы ауылында тыуып үҫтем һәм баш ҡалала йә­шәйем, 90 йәш тула, һуғыш һәм хеҙмәт ветеранымын. Әйтергә кәрәк, был шифаханала 21-се тапҡыр һаулығымды нығыттым.

Был юлы ла сәләмәтлек йорто бик яҡшы ҡаршы алды, 6-сы корпус мөдире Рәмзиә Хисаметдинова йылы һүҙе, иғтибары менән әсир итте. Урынлашҡан бүлмәмдә бөтә уңайлы шарттар булдырыл­ғайны: көн дә таҫтамал яңыр­талар, миңә билдәләнгән врач-терапевт Илиза Баҡыева, шәфҡәт туташы Эльза Рәхимова ла иғтибарлы ҡарашы, яғымлы мөнәсәбәте менән иҫтә ҡалды. Ә дауалау төрҙәре иҫ киткес шәп һәм күп төрлө.

Киләһе йылға 95 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк шифахананы ысынлап та сәлә­мәт­лек йорто тип ғорурланып әйтеп була. Баш табип Фаяз Харис улы Мәжитов ышаныслы, эшһөйәр коллектив туплаған. Оҫта ҡуллы массажистар Эльза Саяпова, Владимир Епифанов үҙ эштәрен намыҫлы башҡа­ра, яҡшы мөғәмәлә итеүҙәре менән хәтерҙә уйылып ҡалдылар.

Ғөмүмән, шифаханала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына иғ­тибар ҙур: дауалау корпусына машина илтте, шәфҡәт туташы оҙата барҙы. Ашхана хеҙмәт­кәрҙәре бик тәмле аштар әҙерләй. Мине һәр саҡ мул өҫтәл көттө. Көн дә ҡан баҫымымды үлсәп, УЗИ үткәреп, дөрөҫ дауалау һөҙөм­тәһендә сәләмәтлегем бермә-бер яҡшырҙы.

Шифахананың барлыҡ коллективын, баш табип Фаяз Мәжи­товты етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым, алдағы көндәрҙә лә республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булырҙай шифаха­наның данын, абруйын арттырып, етеп килгән күркәм юбиле­йы­ғыҙ­ҙы яҡшы ҡаршы алырға, яңынан-яңы үрҙәргә өлгәшергә яҙһын!


Вернуться назад