Бергәләп көрәшәйек23.11.2018
Наркоманияның йәмғиәт өсөн үтә хәүефле булыуы уны таратыуға көрәштә мөмкин булған бөтә сараларҙы ҡулланыуҙың кәрәклеген иҫкәртә. Шундай сараларҙың береһен Рәсәй ҡануниәте составтарында наркотик средстволар йәки психотроп матдәләр йәки уларҙың прекурсоры булған үҫемлектәрҙе мотлаҡ юҡ итеүҙә күрә.

“Наркотик средстволар һәм психотроп матдәләр тураһында” Федераль закондың 29-сы статья­һының 3-сө һәм 4-се пункттарына ярашлы, ер биләмәһе хужалары йәки унан файҙаланған юридик һәм физик шәхестәр был участкаларҙа үҫкән йәки культивацияланған, сос­тавында наркотик булған үҫем­лектәрҙе тулыһынса юҡ итергә бурыслы.

Вәкәләтле органдар билдәләгән ваҡыт эсендә граждан йәки милексе үҙ биләмәһендәге бындай үҫем­лектәрҙе юҡ итеү буйынса бурыс­тарын үтәмәгән хәлдә, вәкәләтле орган уларҙы мәжбүри юҡ итеүҙе тәьмин итә һәм уның өсөн киткән сығымдарҙы бурыстарын үтәмәгән юридик һәм физик шәхестәр иҫәбенә ҡаплата.

Составында наркотик булған үҫемлектәрҙе юҡ итеү уларҙы законһыҙ әйләнешкә сығарыу мөмкинлеген инҡар иткән теләгән бер техник ысул менән башҡарыла. Шул уҡ ваҡытта тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге, янғын хәүеф­һеҙлеге өлкәһендәге талаптар үтәлергә тейеш.

Юридик һәм физик шәхестәр был үҫемлектәрҙе юҡ иткәндән алып өс эш көнө эсендә иҫкәрмә биргән вәкәләтле органға был турала хәбәр итергә тейеш.

Составтарында наркотик булған үҫемлектәр исемлегендә мәк сәс­кәһе лә бар. Тап шул үҫемлек йыш ҡына наркомандарҙың енәйәти иғтибары объектына әйләнә лә инде, шуға күрә үрҙә әйтелгән тәртиптә уны юҡ итеү мотлаҡ.

Составтарында наркотик булған үҫемлектәрҙе юҡ итеү буйынса бурысты үтәү закон тарафынан ҡаралған административ яуап­лылыҡ менән тәьмин ителгән.

Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 10.5-се статьяһына ярашлы, ер хужаларына йәки ерҙән файҙаланыу­сыларға, рәсми иҫкәрмә алғандан һуң да составтарында наркотик булған ҡырағай үҫемлектәрҙе юҡ итеү сараларын күрмәгәне өсөн, административ штраф ҡаралған. Уның күләме түбәндәгесә: граж­дандарға – 1500 һумдан алып 2000 һумға тиклем; вазифалы кешеләргә – 3000 һумдан 4000 һумға тиклем; юридик берәмектәргә – 30 000 һумдан 40 000 һумға тиклем.

Йәнә шуны билдәләргә кәрәк: сос­тавтарында наркотик булған үҫемлектәрҙе законһыҙ үҫтергән өсөн закон тарафынан административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

Наркоманияның таралыуына ҡаршы бары тик дәүләт органдары, урындағы үҙидаралыҡ органдары, ойошмалар һәм граждандар менән бергәләп көрәшкәндә генә, уңышҡа өлгәшергә мөмкин.


Вернуться назад