“Мин генийҙыр ул!..”23.11.2018

Сабир менән беҙ әҙәбиәткә бер мәлдәрәк килдек, шуға күрә йыш аралашып йәшәнек, дуҫтар булдыҡ. Әммә арабыҙҙа ҙур айырма бар. Урыҫса мәктәп, институт бөтөп, оҙаҡ йылдар Себерҙә урыҫтар араһында эшләгән кеше булараҡ, әҙәби телем ҡытыршыраҡ ине. Минән айырмалы рәүештә, Сабир башҡорт теленең ауылда ғына һаҡланған бар нескәлеген, үҙенсәлеген, һутын, матурлығын әҫәрҙәрендә мул ҡулланды. Һәм ғүмер буйы мөхәррир булып эшләгән осоронда башҡаларҙан шуны талап итте. “Ағиҙел” журналында баҫылған һәр проза әҫәрендә уның ҡулы тейгәнлеге һиҙелеп тора ине.

“Уны туҡтатып буламы?..”

Сабир хатта баш мөхәрри­ренең әҫәренә лә тығыла. Бер тапҡыр Әмир Әминевтең “Ағи­ҙел”дә баҫылған повесын уҡып ултырам. Шунда күптәнге таныштар осрашҡас, беренсеһе икенсеһен “үҙенә йомдо” тигән һөйләмде уҡыным да көлөп ебәрҙем. “Ҡосаҡланы” тиеү урынына халыҡта һаҡланған ундай һүҙҙе Сабир ғына яҙа ала ине. Мин баш мөхәррирҙән һора­йым: “Нимә, Сабир һинең әҫә­рең­де лә төҙәтәме?” “Уны туҡ­татып буламы ни?” – ти Әмир.

Һис шикһеҙ, быларҙы Сабир әҫәрҙең телен матурлар, ха­лыҡ­сан итеү өсөн ысын күңел­дән эшләй. Һәр әҫәр, уның ҡулы тейгәндән һуң, яңы биҙәктәр менән уйнап китә.

– Әҫәрҙең теле матур һәм саф башҡортса булырға тейеш! – ти торғайны Сабир.

Алдына килеп ятҡан әҫәрҙе төҙәтергә уның ҡулы ҡысып ҡына тора. Ошо сәбәпле жур­налдың яуаплы секретарҙары зарлана торғайны:
– Сабир ағайға мәҡәлә тот­торһаң, ныҡ итеп төҙәтә. Яңы­нан баҫып бирһәң, тағы төҙәтә. Өс тапҡыр, биш тапҡыр баҫып бир, барыбер төҙәтә. Уны туҡ­татып булмай, – тиҙәр ине. – Шуға күрә бер тапҡыр уның ҡулы тейгәндән һуң, мәҡәләне уға башҡаса күрһәтмәҫкә тырышабыҙ.

Был һыҙаты Сабирҙың һәр әҫәргә – роман булһынмы ул йәки бәләкәс кенә информациямы – барыһына ла етди ҡарағаны тураһында һөйләй. Бөтә яҙыусыларға ла мөнәсә­бәте тигеҙ булды. Оҙаҡ йылдар нәшриәттә мөхәррир хеҙмәтен үтәүе, Яҙыусылар союзының проза секцияһын етәкләүе лә сәбәпсе булғандыр – Сабир һәр ҡәләм тирбәтеүсене ихтирам итте. Өлкән яҙыусы яңы романын тотоп килһенме, башлап яҙыусы тәүге әҫәрен оялып ҡы­на уға һуҙһынмы – Сабир бер­ҙәй ҡыуана, әҫәрҙе әле уҡыма­ған көйө лә уларҙы дәртлән­дереп ебәрә:
– Журналдың алдағы һанын­да урын бар, шунда баҫа башларбыҙ!

Өмөтлө йәш яҙыусыны тап­һа, бигерәк тә шатлана торғай­ны. Үҙ ҡайғыһын онотоп, уңға ла, һулға ла һөйләп йөрөй:
– Фәлән Фәләновтың тәүге повесын (хикәйәһен) уҡып сыҡтым. Шәп яҙыусы сығасаҡ! Теле матур. Әҫәрен ҡора белә. Шундай ҡалала йәшәй, шундай һөнәр кешеһе. Уны юғалтмаҫҡа кәрәк. Дәртләндереп хат яҙып ебәрҙем әле.

Һуңғы егерме-утыҙ йылда һәр йәш прозаик Сабирҙың әй­ҙә­үе һәм ярҙамы менән әҙә­биәткә килде. Сабир уларҙың тәүге мөхәррире булды. Ул тап­ҡан, уҡыған әҫәрҙәр йөҙәрләгән томды тәшкил итәлер. Шулар­ҙың ундан бер-ике өлөшө генә журналда баҫырлыҡ булһа, биш-алты тапҡыр күберәге эш­кинмәгән ҡулъяҙмаларҙан торғанлығын иҫләһәң, Сабирға күпме уҡырға тура килгәнлеген күҙ алдына килтерергә мөмкин. Эшендә өлгөрә алмағас, өйөнә, баҡсаһына алып китеп уҡырға тура килә торғайны уға. Ошо сәбәпле үҙ ижадына ваҡыты аҙ ҡалды, тип һанайым мин. Уны­ҡы кеүек талант менән байтаҡҡа күләмлерәк әҫәрҙәр бүләк итә ала ине киләсәк быуынға, әҙәбиәтебеҙгә.

Ҡайһы бер яҙыусы роман артынан роман яҙа, әммә уның бер шәкерте лә юҡ, ә Сабирҙың уҡыусылары тиҫтәләгән, йөҙәр­ләгән. Ошо яҡтан Шәрипов баш­ҡорт әҙәбиәте алдында үҙенең оло һәм хөрмәтле бурысын артығы менән үтәне. “Уҡытыусы, үҙеңдән һуң уҡыу­сыңды ҡалдыр” тигән постулат Сабир өсөн төп маҡсат булды.

– Эшкинмәгән әҫәрҙәр уҡып ултырғансы, үҙеңә яҙышырға кәрәк, – тиеүгә, ул:
– Яҙам, яҙам! Бына башымда бер повесть йөрөй. Отпускыға сығам да тотонам, уҡырға бирермен. Шаҡ ҡатырһың! – ти ҙә шарҡылдап көлөп ебәрә. Әммә ике-өс ай үтә, ә әҫәре күренмәй. Мин иҫенә төшөрәм:
– Ҡайҙа шаҡ ҡатырлыҡ повесың?

– Һис кенә лә ваҡыт табып булмай. Бына ун йәш яҙыусы­ның әҫәрҙәре менән таныштым. Шәптәре бар! Мә, уҡып сыҡ әле берәүһен. Ҡыуан минең менән! Ә повесты яҙам мин тиҙҙән. Тәүҙә һиңә бирәм уҡырға! Шатлан! Мин һәр кемгә бирмәйем әҫәремде уҡырға! Ғорурлан! – тип тағы көлөп ебәрә.

Бер мәл мин Талҡаҫ күле янын­дағы ял йортонда йыл һа­йын ике аҙналыҡ драматургия семинарҙары ойоштора башланым.
– Саҡыр әле мине шунда, – тине Сабир. – Көн дә балыҡ менән һыйлармын үҙеңде.

– Унда саҡырыу өсөн пьесаң булырға тейеш.

Был юлы Сабир оҙаҡҡа һуҙ­май романының инсцени­ров­каһы рәүешендә пьеса яҙып миңә килтереп тотторҙо. Уҡып сыҡтым. Һәйбәт кенә драма әҫәре килеп сыҡҡан. Бик үҙенсә­лекле. Унда кешеләр менән бер рәттән ҡоштар, хайуандар, хатта ағастар ҡатнаша, һөй­ләшә, әҫәргә юғары идея, фәлсәфә би­рә. Миңә оҡшаны. Әммә драма ҡанун­дарына тап килтереү өсөн аҙыраҡ эшләйһе, еренә еткерәһе бар ине. Семинарҙа пьесаны маҡтанылар, Йәштәр театрының режиссеры Мөсә­лим Күлбаев уны бер аҙ төҙәтеп ҡуйырға теләүен әйтте. Улар икәүләшеп семинар барышында әҫәрҙе етлектереү менән шөғөлләнде, әммә аҙағынаса еткерергә өлгөрмәнеләр.

Семинарҙан ҡайтып, бер-ике ай үткәс, миңә Күлбаев шылтырата:
– Шәрипов ҡайҙа юҡ булды? Килһен әле миңә, пьесаһын эшләп бөтәйек!

Мин был шатлыҡлы хәбәрҙе Сабирға әйтәм. Ул елкәһен ҡашый:
– Әй, һис кенә лә ваҡыт юҡ. Анау яҙыусының романын әҙер­ләйем журнал­ға. Ағас тел! Яңы­нан яҙырға тура килә. Етмә­һә, проза секцияһына тикше­рергә биргән әҫәрҙәр күбәйеп китте. Секция ултырышын үткә­рергә кәрәк. Өлгөрә алмайым. Өйгә алып ҡайтып уҡыйым.

– Аңлайым. Әммә үҙ ижа­ды­ңа ҡул һелтәп ҡарарға ярамай, Сабир! Шылтырат Күлбаевҡа!

– Шылтыратам, шылтыратам! Бына проза секцияһын үткәрәм дә шылтыратам!

Әммә шылтыратманы Сабир. Ваҡыты етмәне. Күлбаев та бер-ике тапҡыр минең иҫкә төшөрҙө лә төңөлдө. Бына ошоноһо үкенесле. Башҡалар­ҙы уйлап, үҙ ижадына бита­рафыраҡ булды.

Мәҙәк һүҙҙәре хәтерҙә ҡалды...

Тормошта изге күңелле, ябай, тыныс холоҡло кеше, әммә талапсан мөхәррир – кәрәк саҡта ул бик уҫал да була белде. Ҡапыл ҡаштарын емереп, йөҙөнә ҡәнәғәтһеҙ ҡиәфәт сығарып әрләп ташлай:
– Телең әҙәмсә түгел! Шулай һөйләшәләрме ни башҡортса! Ана Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрҙәрен уҡы! Халыҡ телен боҙоп бөттөгөҙ!

Маҡтаһа, былай тип маҡтай:
– Әҫәреңә бишле ҡуйырлыҡ түгел. Әммә дүртле ҡуйырға була. Тартып-һуҙып!

Әүәҫ балыҡсы ине. Драматургия семинарына бик күп ҡар­маҡтарын алып килде. Кисен йә таңдан тороп, Талҡаҫҡа юллана, байтаҡ балыҡ тота, уларҙы үҙе таҙартып ҡыҙҙыра ла беҙҙе, семинарға килгән­дәрҙе, һыйлай.

– Ашағыҙ, ашағыҙ! Сабир һыйлағайны тип иҫләрһегеҙ, мин үлгәс!

Ниндәй балыҡты, нисек, ҡа­сан тоторға кәрәклеге кеүек таблицаларҙы, үҙе ҙурлыҡ ба­лыҡтарҙы тотоп төшкән фото­графияларҙы кабинетын­дағы стенаға элеп ҡуйған. Һәр фото хаҡында мауығып һөйләргә ярата, төрлө мәҙәк хәлдәрҙе иҫенә төшөрә, һәр саҡ ҡайҙалыр барып балыҡ тоторға йыйыныуын һөйләргә тотона. Мин балыҡсы булмағас, уның был хәбәрен иғтибарһыҙ ғына тыңлайым. Быны күреп, Сабир өмөтһөҙ генә ҡул һелтәй.

– Әй, һин балыҡсы түгел бит әле! Әйҙә, булмаһа, шахмат уй­на­йыҡ. Бер мат ҡуяйым әле үҙе­ңә. Юғиһә күптән мат алға­ның юҡтыр. Портфелеңә тулты­рып мат тейәйем. Ҡайтып бисә­ңә бирерһең. Бешереп ашатһын!

Эйе, ул шахматты бик яратты. Оҫта уйнай торғайны. Са­бирҙың шахмат партияһы ваҡы­тындағы ҡыланыштары, монологтары үҙе бер театр. Мин был хаҡта “Тамаша” журналында “Яҙыусылар тормошонан” тигән рубрикала яҙып сыҡҡай­ным. Сабир уны уҡығас, рәхәт­ләнеп көлгәйне. Шул яҙманы бында ла килтерергә булдым.

Сабир Шәрипов еңә баш­лаған кешеһен һүҙ менән дөм­бәҫләргә ярата. Әлбиттә, ул шаярып әйтә, шулай ҙа… Еңеп барғанда уның әйткән һүҙҙәре бик үҙенсәлекле, мәҙәк, хәтерҙә ҡалырлыҡ.

Яҙыусылар араһынан Сабир менән мин иң күп уйнаған­мын­дыр. Әлбиттә, ладьяһыҙ уйнайым. Өҫтөнлөгөн һиҙһә, теле асыла, түҙеп кенә тор:
– Ҡараңғы ғына ауылда тыуып үҫһәм дә, шәп уйнайым бит, ә? Ҡараңғы төпкөлдә үҫтем! Светһыҙ! Мәктәпһеҙ! Ә нисек уйнайым! Каспаровтан кәм уйнамайым мин!

– Мейе күберәктер, тим, минең башта... Мә, тотоп ҡара! Аҙаҡ киләсәк быуынға һөйләр­һең. Сабир дуҫтың башы тума­лаҡ ине, үҙем тотоп ҡараным, тиерһең.

– Уҡыған кеше уҡыған инде. Йөрөһәм, табам бит ходын!

– Ну минең баш! Яҙыусылар араһында иң зирәк баш минеке. Наил, һинеке лә нисауа. Но минекенә етмәй!

– Гениймындыр ул мин! Гений булмаһам, был тиклем шәп уйнамаҫ инем. Рюкзак әҙерлә, матыңды апҡайтырға. Юлда төшөп ҡалмаһын, тим.

Партия аҙағында коридорға уҡ сығып ҡысҡыра:
– Килегеҙ әле! Мин хәҙер мастерлыҡҡа кандидатҡа мат сәпәйем! Башҡа шахмат тип ауыҙын асмаҫтай итәм! Илатып ҡайтарып ебәрәм мин һине.

Нисауа, һинең бисәң йәш, йыуатыр!.. Шәпме мат? Һыу эс­ке­һеҙ иттемме! Уй, хәтәр мат! Бындай матты Каспаров та ҡуя белмәй! Ҡараңғы ғына ауылда тыуһам да, үтә талантлымын шул. Ни эшләйһең, талантлы бул­ғас, талантлы инде. Хоҙай бир­һә, бирә шул, йәлләмәгән ин­де минән.
Күрҙегеҙме? Бына ошолай мат ҡуялар кандидат­тарға. Өйрәнегеҙ мин иҫән саҡта! Һин кемдең тренерымын тип яҙҙың әле үҙеңде? Каспа­ровтыҡымы? Уға ла мат ҡуям, саҡырып килтер, ҡасып йөрөмә­һендәр минән...

Еңелгән саҡта Сабир ләм-мим өндәш­мәй, бойоғоп китә, фәҡәт ара-тирә:
– Һыу эскеһеҙ итер инем дә, бөгөн баш ауыртыбыраҡ тора шул, – тиеү менән сикләнә.

– Дә-ә, ундай баш менән...

– Шулай тим шул. Мейеһе күп­тер, тикшерһендәр, әйт, йәме.

Әммә еңеп барғандағы бөт­кө­һөҙ тирадаһын тыңлау өсөн генә унан ара-тирә еңелеү яҙыҡ түгел.

Әгәр партнеры хаҡлы ялдағы кеше икән, былайыраҡ мыҫҡыл итә:
– Шах и мат! Ҡайтҡас, әбейең маҡтар үҙеңде. Пенсияһын да алып ҡайта, мат тигәнен дә ташый, маладис, тиер.
Ара-тирә лаҡап та ҡыҫ­тырғылай хәбәренә.

– Бер йыл Ғәтиәт ағай (журналист Үзбәков мәрхүм – Н.Ғ.) менән балыҡҡа барҙыҡ, балды­ҙы-бажаһы йәшәгән Татарстан­дағы Адай ауылына. Шахмат күреп ҡалдыҡ та – керештек... Еңгәс, әйттем: “Шәмсетдиныш, үҙебеҙҙә мат бөткәндер шул. Татарстанға килеп алмаһаң...”
Ултыра биргәс, йәнә мәҙәк.

– Үткән ялда яҡташ шылтырата, уйнарға теләк белдерә. Ҡуй, баҡса көтә, тим үҙенә. Инәлә теге, мин дә барам, ти. Әйҙә, мат-фәлән баҡсала үҫә, тип ризалаштым. Шулай итеп, сумкаһына ун ҡыяр, биш мат тултырып ҡайтарҙым, әй!
Ҡыҫҡаһы, үҙе бер спектакль!

“Ағиҙел” журналы редакция­һына инәм. Бына Сабирҙың эш өҫтәле, ултырғысы. Китап кәштә­һендә ул йыйған китаптар, фотолар. Стенала Сабир элгән балыҡ тотоу хаҡында таблицалар, тотҡан балыҡтарын күтәреп торған фотолар... Бөтәһе лә Сабир иҫән саҡтағы кеүек. Сабир үҙе генә юҡ. Һәм башҡа бер ҡасан да булмаҫ...

Ошо кабинетҡа килеп инһәң, шат йылмайып Сабир ҡаршы алыр кеүек. Йәки ишектә күре­нер һымаҡ. Ошо өҫтәлдә күпме тапҡыр шахмат уйнаныҡ...

70 йәшен әле генә туйла­ғай­ны. Ҡапыл китте. Көтмәгәндә кит­те. Ышанғы килмәй. Ул ет­мәй миңә. Миңә генә түгел, күп­тәр был хаҡта әйтә. Уның дошмандары булмағандыр, бөтәһе лә уны хөрмәт итә, ярата ине...

Эш өҫтәлен, ултырғысын шул көйө һаҡларға ине. Унда яҙып ҡуйырға ине “Сабир Шәри­повтың эш өҫтәле, ултырғысы” тип. Таблицалары, фотолары эле­неп торһон ине, китаптары шул көйө һаҡланһын ине кәштәлә. Сабир Шәриповтың мөйөшө булһын ине был урын.
Эшләп була бит быны. “Ағи­ҙел” журналы редакция­һында был мөмкинлек бар...
Хуш, Сабир... Һаумы, Сабирҙың эш өҫтәле...


Вернуться назад