Ошо көндәрҙә Татарстандың башҡорт йәштәре ҡоролтайы “Braing ring” тигән интеллектуаль уйын үткәрҙе. Унда барыhы һигеҙ команда ҡатнашты, йәмғеһе 40 әүҙем йәш кеше килде. Уйын биш турҙан торҙо. Һәр береһендә ҡатнашыусылар бирелгән һорауҙарға дөрөҫ яуап эҙләне. Мәҫәлән, төрлө тарихи ваҡиғаларҙы белергә, Ҡазан тураһында мәғлүмәттәрҙе әйтергә, тәҡдим ителгән яуаптарҙан дөрөҫөн һайларға тейеш ине.
Йәштәргә бигерәк тә төрлө халыҡтарҙың йолаларына, географияға, туризмға ҡағылышлы һорауҙар бик ҡыҙыҡлы тойолдо. Һәр команда уйын барышында мәрәйҙәр йыя барҙы, сара аҙағына еңеүселәр билдәләнде. 1-се урынға – “Тат һәм Мант”, 2-се урынға – “Петровна һәм КО”, 3-сө урынға “Филологини” командалары лайыҡ булды. Кисә бик күңелле үтте, еңеүселәргә дипломдар, сертификаттар тапшырылды.
Ярышты беренсе тапҡыр үткәрҙек, шуға күрә бик тулҡынландыҡ. Ә ул бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Киләһенә халыҡ күберәк йыйылыр тигән өмөттәбеҙ.
Сарала Ҡазанда йәшәгән төрлө милләт студенттары, йәштәре ҡатнашты. Үҙ маҡсатыбыҙға өлгәштек, тип иҫәпләйбеҙ, сөнки төп теләгебеҙ – үҙ-ара аралашыу, дуҫлыҡты нығытыу. Башҡорт, татар, урыҫ, әрмән йәштәре килгәйне ярышҡа. Сара аҙағында бергәләп сәй эстек, Башҡорт йәштәре ҡоролтайы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләнек.