“Әсәләрҙе тиңләргә мөмкин йәшәү сығанағы ҡояшҡа”23.11.2018

Әсә булыу – тимәк, күңелең һөйөү, изгелек, борсолоу, хәстәрлеккә тулы булыу. “Әсә – ҡатын-ҡыҙ, гөлдәр баҡсаһы, уның балалары – шул гөлдәрҙең сәскәһе, емештәре”, тигән бер аҡыл эйәһе. Өс кенә хәрефтән торған был һүҙгә күпме мәғәнә һалынған. Ул – яратҡан ир ҡатыны, ғәзиз балаларының әсәһе, кемгәлер апай, еңгә, һуңынан өләсәй булып ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарап үҫтереүсе лә. Әсәйҙәрҙән бөйөгөрәк тағы кем бар донъяла? Ошо исемдәргә ғүмер буйы бурыслы һәм яуаплы булып йәшәй ул.

Бала – бәғер ите, тигән йөрәк өҙгөс һүҙгә бөтә тормошон бағышлай, мең төрлө тормош ғазаптарына түҙеп, балалары өсөн бөтә тырышлығын һала. Әсәйле булыу үҙе ҙур бәхет бит ул. Ул балаларына хазина, ярҙамсы ғына түгел, ғәзиздәре өсөн утҡа-һыуға инеп, упҡындарға ла төшмәҫ тимә. Уға донъяһын бөтәйтеп, балаларын тәрбиәләп үҫтереп кеше итеү өсөн, ай-һай, күпме түҙемлек кәрәк. Шуның өсөн дә бит бөйөк яҙыусы М. Горький: “Бала тәрбиәләү – иң ауыр хеҙмәт”, – тигән.

Әҙәм балаһына һаулыҡ та, ғүмер ҙә бер тигеҙ бирелмәй. Олоғая башлаған әсәләр ярҙамға мохтажлыҡ кисерә. Күптәре көн иткән донъяһын ташлап, ирекһеҙҙән ҡалала йәшәгән балаһына күсергә мәжбүр була. Ҡала шау-шыуы, һауаһы, ығы-зығы, һыуы ла хатта уға оҡшамай. Ул ғүмере үткән ауылын һағынып йәшәй.

Беҙ, һуғыш осоро балалары, шул йылдарҙа сабыйҙар ас-яланғас булмаһын өсөн көс етмәҫлек ауыр эштәрҙе башҡарҙыҡ. Күптәре юҡ инде, баҡыйлыҡҡа күсеп бөтөп баралар. Улар күргән ғазаптарҙы бер ниндәй бизмәндәргә лә һалып үлсәп булмайҙыр ул.

“Әсәй” тип өндәшер балаларың булыуы үҙе ҙур бәхет бит ул. Уның күңеле һис ҡасан да тыныс түгел, барыһын да үҙ йөрәге аша үткәрә. Замана бәлә-ҡазалары, насар ғәҙәттәр, әхлаҡһыҙлыҡ, рухи ҡиммәттәрҙең юҡҡа сыға барыуын күрһәткән телевидение тапшырыуҙа­рында, фильмдарҙа тәрбиәләнгән йәш быуын ҡаты бәғерле, игелекһеҙ булып үҫмәҫме?

Ауыл балаһы 9 – 11-се класты тамамлай ҙа ҡалаға китә. Беҙҙә хәҙер йәштәргә эш юҡ. Уҡырға ла инә алмай. Түләп уҡырға аҡсаһы юҡ. Ауылдағы ата-әсәһе лә эшһеҙ. Колхоздар һәм башҡа эш урындары ла бөтөрөлдө. Ситкә киткән балаһы өсөн борсолһа ла, бер ни эшләй алмай әсә кеше. Үҙебеҙ әсә булғас ҡына, әсәләрҙең хәлен аңлай башлайбыҙ. Шуға ла “иҫән саҡта рәнйетмәнекме икән” тигән уйҙар йөрәкте әрнетеп ҡуя.

Атай-әсәй күңелендә,
Йөрәгендә гел бала.
Балалар үҫеп етһә лә,
Гел сабый булып ҡала.

Баҡыйлыҡҡа күскән әсәйемде матур итеп тәрбиәләһәм дә, үкенестәр булғылай. Тормоштағы төрлө сетерекле, күңелһеҙ хәлдәрҙе белгертмәҫкә тырыштым. Олоғайған әсәйҙәрҙең, бала кеүек, күңеле нескәрә. Уның менән һаҡ мөғәмәлә кәрәк. Әсәйемдең баш балаһы Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған. Саҡ 16 йәше тулған үҫмер яу яланында ятып ҡала. Әсәйем ғүмере ахырынаса шул сабыйын уйлап иланы. Атайым һуғыштан бер аяғын тубыҡтан өҙҙөрөп, ҡултыҡ таяғы менән ҡайтты, 83 йәшендә гүр эйәһе булды. Әсәйебеҙ һуғыш йылдарында барыбыҙҙы ла аслыҡтан аралап алып ҡалды. Дүрт улы ла бик тәртипле булып, төрлө етәксе вазифаларҙа эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ҡартлыҡ көнөндә уларҙың бәхетенә шатланып йәшәне. Беҙҙең тәрбиәгә риза булып, рәхмәттәр уҡып, бәхиллеген биреп, 94 йәшендә мәңгелек йортона күсте.

Һүҙемде тамамлап, Башҡортостан­дың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарын, әсәләрҙе саф күңелдән Әсәләр көнө менән ҡотлайым. Йәшәргә ғүмер биргән, наҙлап үҫтергән, ғәзиз балаларының изгелек-шатлыҡтарын күреп, иҫән-һау, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйем.


Вернуться назад