Балалар күңелен имләй ул23.11.2018

Тәжрибәле уҡытыусы ла, һоҡланғыс әсә лә.

Урам буйлап һомғол кәүҙәле, бик ыҫпай кейенгән һөйкөмлө ҡатын атлай. Аҙымдары етеҙ. Осраған олоһо ла, кесеһе лә уға:
– Һаумыһығыҙ... Хәлдәрегеҙ нисек? – тип һаулыҡ биреп, хәлен һорашып китә. Ҡала ере өсөн бик үк ғәҙәти булмаған был күренешкә аптырабыраҡ, яҡыныраҡ киләм һәм 102-се башҡорт гимназияһы директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Альмира Миңнулла ҡыҙын күрәм.

Һәр уҡыусыға ышаныс менән ҡарау – уҡытыусы профессияһында иң мөһиме, иң кәрәклеһе. Бигерәк тә үҙ көсөңә ышаныу: минең яныуым һәм көс түгеүем юҡҡа түгел, сөнки һәр милләттең көсө, киләсәге – балалар.

Шул ышаныс өсөн үҙ уҡыусылары менән һәр осрашыуға, тормошта йәшәүенә шатланып көн күрә Альмира Миңнулла ҡыҙы. Бала күңеленә ҡағылғанда, оло ышаныс, һәр һүҙе, һәр ҡылығы өсөн ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән ҡарарға өйрәнгән Альмира Бәҙретдинова тураһында һүҙем.
Балалар күңелен яулар өсөн күп тә кәрәкмәй, тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Юҡ. Бала өсөн ҙур, күренекле шәхес булыу бик үк еңел түгел хәҙер. Бигерәк тә ҙур гимназия директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары өсөн.

Уларҙы нимә ҡыҙыҡтырғанын, нимә менән йәшәүҙәрен аңлау өсөн изгелек, хәстәрлек, һәр уҡыусы­һының һөйөнөс-көйөнөсөн аңлау... тағы әллә күпме күңел сифаттары кәрәк. Ә Альмира Миңнулла ҡыҙында улар етәрлек. Ул тирә-яҡҡа яҡшылыҡ орлоҡтары һибә. Уҡыусы күңеленә юл табыу, унда ижади эшкә теләк уятыу – төп маҡсаты.

Мин үҙем дә күп йылдар директорҙың тәрбиәүи эше буйынса урынбаҫары булдым. Ауыр, яуаплы вазифа. Бер тәүлек тиерлек эшләйһең, каникул да, ял да юҡ. Ата-әсәләр өсөн дә, балалар өсөн дә һин яуаплы. Баҫалҡы холоҡло, сабыр, асыҡ ҡарашлы, ысын уҡытыусы, сибәр, аҡыллы ҡатын-ҡыҙға хас бөтә мәртәбәле сифаттарҙы үҙенә йыйған был ханым ошо ауыр хеҙмәтте инде ун йылдан ашыу алып бара. Һәм бик уңышлы эшләй.
Альмира Миңнулла ҡыҙының тормошо йәйғор кеүек төрлө. Бөтә балалар­ҙы ла ихлас тыңлай белә, ярҙам күрһәтә, көслө рухлы, намыҫлы, эшһөйәр ҙә үҙе. Ул – сабырлыҡ һәм тыйнаҡлыҡ өлгөһө. Уның ниндәй генә сетерекле осраҡтан да үҙенең күңел таҙалығының бер тамсыһын да сайпылдырмайса, тыныс ҡына сыға белеүенә, ата-әсәләр һәм балалар менән тиҙ уртаҡ тел табыуына һоҡланам.

Ысын уҡытыусы – һөнәр эйәһе генә түгел, ул йәшәү рәүеше, тормош көҙгөһө лә. Альмира Миңнулла ҡыҙының бөтә ғүмере – кешеләргә, балаларға изгелек ҡылыу, дөрөҫ юлды һайларға өйрәтеү өлгөһө. Бөйөк педагог Макаренко ла: “Һеҙ балаларҙы улар менән һөйләш­кәндә, аралашҡанда ғына тәрбиәләмәй­һегеҙ, ә бөтә ҡылыҡтарығыҙ, кешеләр менән аралашыуығыҙ аша тәрбиәләй­һегеҙ”, – тип әйткән. Ә беҙҙең завуч – бөтә яҡтан да балаларға, ата-әсәләргә өлгө. Кем менән генә һөйләшһә лә, һүҙе үтемле уның.

Альмира Миңнулла ҡыҙы Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында күп балалы Ишбулдиндар ғаиләһендә тыуған. Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлап, Өфөләге педагогия учили­щеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын 1994 йылда балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып башлай. Һуңынан Табын урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыу­сыһы булып күсә һәм Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына ситтән тороп уҡырға инә.

Ябай тәрбиәсенән ҡаланың мәртәбә­ле мәктәбендә етәксе вазифаһына тиклем күтәрелеүе уның тырышлыҡ, ижади потенциал күрһәткесе түгелме һуң?!

Миңә илемдең тарихын билдәле ғалимдар Р. Янғужин, Н. Мәжитов, М. Ҡолшәриповтарҙан өйрәнеү бәхете тейҙе. Оло ихтирам менән үҙемдең беренсе педагогтарым – Табын урта мәктәбе директоры И. Ишбулатованы, директор урынбаҫары Ф. Ғүмәрованы иҫкә алам. Директор урынбаҫары булып эшләү дәүеремдә, коллективта, ата-әсәләр менән сетерекле хәлдәр килеп тыуған мәлдә: “Ә был осраҡта Ирина Һәүбан ҡыҙы менән Флүзә Фәрит ҡыҙы нисек эшләр ине тип фекер йөрөтәм”, – тип ҙур ихтирам менән хәтерләй Альмира Миңнулла ҡыҙы.

Мәктәптең уңыштары уның етәксе­ләренең талантына, ижади эшләй бе­леүенә туранан-тура бәйле. Был йомшаҡ күңелле, бәләкәйҙән һәр бурысын теүәл үтәргә өйрәнгән ханым гимназия эшен дә шулай ойоштора. Коллективтың еңеүҙәре күп: “Наркотиктарға ҡаршы эште ойоштороу” , “Мәктәп стадионы”, “Иң яҡшы мәктәп яны участкаһы” ҡала конкурстарында беренсе урын, “Мәктәп телевидениеһы” медиафестивалендә, “Иң яҡшы мәктәп сайты” конкурсында, ҡала һәм республика “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” конкурсында еңеүсе. Ә 2018 йылда гимназия командаһы Краснодар крайының Туапсе ҡалаһында “Ил һаҡсылары, алға!” Бөтә Рәсәй спорт уйындарында 25 команда араһында призёр булды. Ул үҙе лә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, республика, район мәғарифы тарафынан күп рәхмәт хаттары һәм грамоталар менән бүләкләнгән.

“Еңеүҙәр ҡыуандыра, ләкин иң мөһиме был түгел, ә уҡытыусыларҙың хеҙмәте бушҡа китмәүе ҡиммәт”, – тип иҫәпләй завуч.
Милләт киләсәге өсөн йән атып, мәғариф, мәҙәниәт өсөн көс түгеүсе­ләрҙең береһе ул. Ололар һәм балалар араһында дуҫлыҡ, бер-береңде аңлау – ул киләсәк быуын менән хәҙерге тормош араһына изгелек күпере һалыу. Педагог киләсәк быуын өсөн ныҡлы, ҙур күпер һала. Ғөмүмән, ул оло аҡыллы, көслө рухлы әсәһенән үрнәк алып йәшәй.

“Өҙлөкһөҙ алға барыуҙың сере – тәүге аҙымды яһауҙа”, – тигән яҙыусы Марк Твен. Дим районының алдынғы инновациялы белем биреү гимназияһында Альмира Миңнулла ҡыҙы 2007 йылдан бирле эшләй. Элекке уҡыусылары, хәҙерге табиптар, инженерҙар, уҡытыу­сы­лар походтарҙы, ҡышҡы урманда саңғыла йөрөүҙәрҙе, палаткала йәйге таңдарҙы ҡаршылауҙарын һағынып иҫкә ала.

Тормошонан ҡәнәғәт педагог. “Ғөмү­мән, мин бәхетле. Бына 30 йыл шатланып, һәр иртә яратҡан эшемә киләм, кис өйөмә ашығам. Унда мине яҡын кешеләрем, ирем һәм балаларым көтә. Иң ҙур байлығым – балаларым. Улым – нефтсе, Себерҙә эшләй, ҡыҙым да юғары белемле белгес, Мәскәүҙә йәшәй, ейәнем Шамилды үҫтерә”, – тип тормош юлын барлай сабыр холоҡло уңған, үҙенең иңендә ауыр, яуаплы эште ҙур ихласлыҡ менән, шатланып башҡарыу­сы эшсән коллегабыҙ, бәхетле әсә.

Ә тормош юлы, ысынлап та, һоҡланғыс – кешеләргә изгелек ҡылыу, ярҙам итеү.


Вернуться назад