Күҙҙәр — күңел көҙгөһө, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Күҙҙәрҙең төҫөнә ҡарап, кешенең холҡон билдәләп була.
Мәҫәлән:
Йәшел күҙҙәр. Улар наҙлы (бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙа), тоғро, ышаныслы һәм һөйөүгә һөйөү менән яуап бирергә әҙер кешеләрҙә була.
Ҡара-һоро күҙҙәр. Уйлап түгел, ә үҙенә ябырылған хистәргә йәки кәйефенә ҡарап эш иткән кешеләргә хас.
Ҡара күҙҙәр. Улар бик һирәк осрай һәм ныҡ ҡыҙыу кешеләрҙә генә була. Ҡара күҙле кешеләр бойорорға ярата, үҙенең маҡсатына өлгәшеү өсөн бер нәмә алдында ла туҡтап ҡалмай.
Зәңгәр (күк) күҙҙәр. Ундайҙар тыштан бер ҡатлы күренһә лә, алдашырға әүәҫ. Хыялға сумыусандар. Зәңгәр күҙҙәр — әүрәтеүсе күҙҙәр. Быны йыш ҡына үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға тырышалар. Ҡырыҫ холҡлолар.
Асыҡ-ҡоңғорт күҙҙәр. Аҡыл билдәһе. Ундай күҙгә эйә кешеләр һанап-иҫәпләп эш итә, ә тойғо артҡы планға күсә. Улар — көслө холоҡло, шул уҡ ваҡытта тиҙ рәнйеүсән. Үҙҙәренә кәрәк саҡта үтә наҙлы һәм ихлас та була алалар.
Һоро күҙҙәр. Ҡыҙыҡһыныусан һәм яңылыҡҡа ынтылыусан кешеләрҙә була. Кәрәк тапһа, улар һине арбай һәм һоҡландыра ала. Бындай күҙлеләрҙең көслө бер яғы бар: улар хәлдең үҙгәреүенә тиҙ күнегә һәм был осраҡта килеп тыуған ауырлыҡтарҙы еңел хәл итә.