“Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған “Баш йортобоҙ – Башҡортостан” исемле конкурс иғлан итә.
Унда теләге булған һәр кем – профессиональ журналистар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, гәзит уҡыусыларыбыҙ ҡатнаша ала.
Конкурс быйыл ноябрҙән 2019 йылдың декабренә тиклем өс йүнәлеш буйынса ойошторола:
1. “Тарихи шәхестәр”. Башҡортостан дәүләтселеген барлыҡҡа килтереүгә, автономия төҙөүгә бәйле ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнашҡан, данлы эштәре менән тарихыбыҙҙа сағыу эҙ ҡалдырған шәхестәребеҙ тураһында яҙмалар.
2. “Хеҙмәт алдынғылары”. Фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә хөрмәт ҡаҙанған, республикабыҙҙы данлаған шәхестәр, бөгөнгө көн геройҙары, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә йәшәп, эшмәкәрлеге менән уның бәҫен арттырған милләттәштәребеҙ тураһында мәҡәләләр.
3. “Ҡаҙаныштар”. Республика үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт коллективтары, өлгө булырҙай учреждениелар, “100 йыллыҡҡа – 100 объект” проектын ғәмәлгә ашырыу барышындағы төҙөлөштәр тураһында яҙмалар.
Конкурсҡа аналитик, публицистик яҙмалар ҡабул ителә. Күләме – 14 шрифт менән ете биткә тиклем. Эштәрҙе редакцияға ебәргәндә “Баш йортобоҙ – Башҡортостан” конкурсына” тип билдәләү зарур.
Һәр номинация буйынса берәр еңеүсе буласаҡ. Шулай уҡ редакция әүҙем авторҙарға өҫтәмә рәүештә дәртләндереү бүләктәре лә тапшырасаҡ.
Конкурсҡа йомғаҡ 2019 йылдың декабрендә яһала.