Йәнырыҫта яңы ФАП уңышлы эшләй.Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров беренсе кәңәшмәһендә үк республикабыҙҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарын тергеҙеү, унда эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә иғтибарҙы көсәйтеү мәсьәләһен күтәргәйне. Ошо проблеманы хәл итеү маҡсатында Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында өр-яңы ФАП асылды һәм халыҡты хеҙмәтләндерә башланы. Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин әйтеүенсә, был – һуңғы йылдарҙа ошо төбәктә асылған алтынсы ФАП.
Ысынлап та, ауыл ерендә фельдшерҙарҙың булыуы – урындағы халыҡ өсөн ҙур терәк, тәүге ярҙамды барыбер ҙә нәҡ улар күрһәтә. Шуға күрә төпкөлдә фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәр саҡ көн талабы булып ҡала.
...Арабыҙҙа таянырҙай табиптарҙың булыуы ҡиммәт. Йәнырыҫтар ҙа тәжрибәле медицина белгестәренең хеҙмәтләндереүенә һөйөнөп бөтә алмай. Заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү һәм уның тирә-яғын матурлау сығымдарын эшҡыуарҙар Илшат менән Илфат Ниғмәтуллиндар тулыһынса үҙ өҫтөнә алған. Проекттың хаҡы – 10 миллион һум. Бинаны йыһазландырыу иһә республика һәм район ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Был изге эште ағалы-ҡустылы Ниғмәтуллиндар мәрхүмә әсәләре иҫтәлегенә арнаған. Улар икеһе лә – республикала билдәле шәхестәр. Илшат Әнүәр улы – төҙөлөш өлкәһендә уңышлы эшләп килгән эшҡыуар, Илфат Әнүәр улы – “Аструм” сауҙа комплексының башҡарыусы директоры.
Ысынлап та, бындай улдар үҫтергән әсә алдында баш эйергә генә ҡалалыр. Сәүиә Нуриәхмәт ҡыҙы ғүмер буйы колхозды үҫтереүгә бар көсөн һалған, ошондай шәп улдар тәрбиәләгән. Ниғмәтуллиндар әлеге изге эшенән тыш та тыуған ауылдарына даими ярҙам итеп тора. Йәнырыҫ ауылы советы хакимиәте башлығы Миңлейәр Маннанов белдереүенсә, әлеге бағыусылар булышлығы менән ауылда социаль проекттар артабан да тормошҡа ашырыласаҡ.
Ғәмәлдә Йәнырыҫта ФАП быға тиклем дә булған һәм матур шарттарҙа эшләгән. Ошондай күркәм бина барлыҡҡа килгәс, фельдшер ҙа, ауыл халҡы ла ҡыуанып бөтә алмай, үҙҙәре әйтмешләй, бында ҡаралырға ял йортона килгән һымаҡ йөрөй улар хәҙер. Әйткәндәй, бындағы уңайлыҡтар хатта ҡайһы бер район үҙәктәрендәге дауаханаларҙыҡынан да яҡшыраҡ.
Йәнырыҫта фельдшер-акушерлыҡ пункты айырым һәм яңы бинала урынлашҡан, ошо уҡ биләмәгә ҡараған Ҡыяуыҡта иһә медицина учреждениеһы әлегә мәктәп менән клубҡа өйҙәш.
Нисек кенә булмаһын, биш ауылды хеҙмәтләндергән ике фельдшер-акушерлыҡ пунктының эшләп килеүенә, иң мөһиме – уларҙа фельдшерҙар Рәхилә Бикташева менән Гүзәл Баһауетдинованың медицина ярҙамы күрһәтеүенә ҡыуанырға ғына ҡала, сөнки Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәттәренә таянғанда, белгестәр етешмәү арҡаһында әле республикала 105 ФАП буш тора...