Замандаш донъя йәме – әсәлә23.11.2018
...Нуриман районына юл төшкәндә танышҡайныҡ беҙ Динара Аратова менән. Августа Иҫке Күл ауылында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһы сиктәрендә өр-яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Ошо тантанала күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ойошторолғайны. Күңел йылыһын, күҙ нурын ҡушып эшләнгән түшелдерек-һаҡалдарҙың авторы тап Динара Әмир ҡыҙы булып сыҡты.

Сағыу милли кейеме, ихласлығы менән йәлеп иткән ханым Яңы Күл ауылында тыуып үҫкән. Бәхет эҙләп сит-ят ергә юлланмаған, киреһенсә, яҙмышы уны үҙе эҙләп тапҡан: 2005 йылда урындағы мәктәп төҙөлөшөнә Бөрйән районы егете Руслан Аратов килгән. Йәштәр танышҡандар-ҡауышҡандар, бынамын тигән ғаилә ҡорғандар.

Аратовтар ғаиләһендә дүрт бала үҫә. Өлкәндәре Гүзәлиә, Азалия, Камила 6-сы, 4-се, 1-се класс уҡыусылары булһа, төпсөктәре Байрас ике генә йәштә. Хәйер, “төпсөк” тигәнебеҙ шартлы төшөнсә: тиҙҙән уларҙың йорто тағы ла шатлыҡлы ауаздар менән туласаҡ, сөнки татыу ғаиләлә бишенсегә бәпәй көтәләр. Әйткәндәй, йәш ғаилә иркен, яҡты йорт һала башлаған. Уны еренә еткереү өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса дәүләт программаһына ҡушылғандар, йәш ғаиләләргә тәғәйенләнгән махсус субсидияға өмөтләнәләр.

Ғаилә башлығы Өфөгә, Моторҙар эшләү производство берекмәһенә йөрөп эшләй. Аптырарға түгел, Нуриман районы баш ҡалаға яҡын ғына урынлашҡан, был яҡта күптәр эшкә Өфөгә юллана. Ә Динара ханым урындағы “Көҙәй” башҡорт мәҙәни үҙәген етәкләй, ошо ерҙәрҙе борон-борондан төйәк иткән көҙәй ырыуы халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнә, йолаларҙы тергеҙә, гүзәл заттарҙы ҡул эштәренә ылыҡтыра (бының өсөн ул баш ҡалала уҙғарылған махсус оҫталыҡ кластарында булып, сертификат һәм диплом алып та ҡайтҡан).

– Ауылдаштарым һәр сараға ҡыҙыҡ­һынып, ысын күңелдән йөрөй. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренә тәңкәле түшелдерек яһарға ниәтләһә, үҫмерҙәр менән төрлө бейеү-йырҙар өйрәнәбеҙ, концерттар ойошторабыҙ. Әйткәндәй, үҙемдең өс ҡыҙым да бейеүгә маһир, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, – ти Динара Әмир ҡыҙы.

Тормошо, эше-ғәмәлдәре менән күптәргә өлгө булырлыҡ гүзәл заттарҙан Динара Аратова. Тап шундай әсәләр ауылдарҙың ҡотон һаҡлай, данын яҡлай.


Вернуться назад