Яңы йыл кәйефе һиҙеләме?22.11.2018
Өфөләге Салауат Юлаев майҙанындағы Конгресс-холл бинаһы янында 28 метрлыҡ шыршы урынлаштырҙылар. Уны баш ҡалаға Нуриман районынан килтерҙеләр. Ошо арала урман һылыуҡайын биҙәп тә ҡуясаҡтар. Ғөмүмән, 25 ноябрҙә бөтә урында ла байрам уттары янырға тейеш.

Төп Яңы йыл саралары йола буйынса Ленин исемендәге майҙанда уҙасаҡ. Бөгөн төндә унда ла шыршы ҡуясаҡтар. 30 метрлыҡ байрам символын Благовещен районынан алып киләләр.

Республика ҡалалары һәм райондарында боҙ ҡаласыҡтары иһә 10 декабргәсә асыласаҡ. Был хаҡта төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев Хөкүмәттәге кәңәшмәлә белдергәйне.



Вернуться назад