Эштән ҡайтҡанда... йылмайығыҙ19.05.2012
Эштән ҡайтҡанда... йылмайығыҙЭштән һуң өйгә йәйәү ҡайтырға тырышығыҙ. Нервы көсөргәнешлеге бөтөр, кәйефегеҙ күтәрелер. Юлығыҙ йыраҡ булһа, шул араның бер аҙын йәйәү үтегеҙ. Әлбиттә, ҡулығыҙҙа ауыр сумкағыҙҙың булмауы шарт. Аҙыҡ-түлекте йәшәгән урынығыҙға яҡыныраҡ ерҙән алығыҙ.
- Йөрөгәндә аяҡ табанына, ҡул хәрәкәтенә иғтибар итегеҙ, уларҙы мөмкин тиклем йомшартыу зарур. 4-5 аҙым дауамында һулыш алығыҙ. 6-7 аҙым үткәс, һулышты сығарығыҙ. Аҙымды һанау, эстән генә йыр көйләп барыу ҙа кешене тынысландыра.
- Әгәр юлығыҙ баҡса, сәскәләр янынан үтә икән, аҙға ғына булһа ла туҡтап, тирә-яҡҡа күҙ һалығыҙ. Был ваҡытта күҙегеҙ ял итер.
- Бер аҙҙан аҙымығыҙҙы тиҙләтеп атлағыҙ, мускулдарығыҙ нығыраҡ хәрәкәтләнһен.
- Әгәр юғары ҡатта йәшәйһегеҙ икән, лифтҡа ултырырға тырышмағыҙ, баҫҡыстан йәйәү күтәрелергә кәрәк. Ҡултыҡсаға тотонмайынса, алға эйелмәйенсә төҙ атлап менегеҙ. Ашыҡмайынса тиҙ атлағыҙ. Әгәр юғары ҡатта йәшәйһегеҙ икән, аҙнаға бер тапҡыр йәйәү менегеҙ, ә башҡа көндәрҙә бишенсе-алтынсы ҡатҡа менгәс кенә лифтты саҡырығыҙ.
- Бына һеҙ өйөгөҙгә ҡайтып еттегеҙ. Ҡыңғырау төймәһенә баҫҡас, йылмайығыҙ. Һеҙҙе күреүгә, өйҙәгеләрҙең күңеле күтәрелеп китһен.
- Ҡайтып ингәс тә, өй эшенә тотонмағыҙ, бер аҙ ял итегеҙ. Бының өсөн бер-ике минут ятып алыу ҙа етә. Башта салҡан ятып, ҡулдарҙы баш аҫтына ҡуйып, аяҡ остарын үҙеңә ҡаратып тартырға кәрәк, унан һуң теҙҙән бөгөп, ике ҡул менән аҫтан өҫкә табан һыйпағыҙ. Башығыҙҙы бер аҙ күтәреп ике яҡҡа әйләнмә хәрәкәт яһағыҙ. Шул ябай ғына күнегеүҙәр ҙә арығанлыҡты бөтөрөр, кәйефегеҙҙе күтәрер.


Вернуться назад