Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә ағас ҡырҡыу тыйыла, әммә быйыл августа Хәйбулла районында йәшәгән 35 йәшлек ир “Шайтантау” дәүләт тәбиғәт заказнигы биләмәһендә 10 имәнде йыҡҡан. Был ағасты ихатаһын кәртәләү маҡсатында тотонорға уйлай, тик бүрәнәләрҙе алып ҡайтып барғанда полиция хеҙмәткәрҙәренә тотола.
Ирҙең урман фондына килтергән зыяны 228 мең һум тәшкил иткән. Ул үҙ ғәйебен таныһа ла, суд, зыян күләменең ҙур булыуын һәм быға тиклем дә урлашҡан өсөн хөкөм ителеүен иҫәпкә алып, ирҙе һигеҙ айға иркенән мәхрүм ҡылды.
Был ваҡытты ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрергә тура киләсәк. Шулай уҡ енәйәт ҡоралы булған бысҡы һәм рөхсәтһеҙ әҙерләнгән ағас та дәүләт файҙаһына тартып алынды.