Етемдәрҙең хоҡуғын яҡлап22.11.2018
Мишкә районы прокуратураһы районда етем балаларҙың торлаҡ менән тәьмин ителешен тикшереп, ошо категорияға ҡараған алты граждандың хоҡуғы боҙолоуын асыҡлаған. Һөҙөмтәлә улар торлаҡ яллап йә уҡыған урындарындағы ятаҡта йәшәргә мәжбүр булған.

Суд прокуратураның етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса мөрәжәғәтен ҡәнәғәтләндерҙе.

Әлеге мәлдә Ҡырғыҙ Миәкә ауылында күп фатирлы йорт төҙөлөшө тамамланып килә, мохтаждарға ошо йорттан фатир бирергә йыйыналар.



Вернуться назад