Башҡортостан донъя мираҫы исемлегенә инергә лайыҡ22.11.2018
Башҡортостан делегацияһының Францияға рәсми сәфәре тамамланды. Ул Башҡортостандың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлегенең – 20 һәм киләһе йыл билдәләнәсәк Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов менән ЮНЕСКО Генераль директорының беренсе урынбаҫары Син Цюйҙың осрашыуы йомғаҡтары буйынса протоколға ҡул ҡуйылды. Син Цюй әфәнде Башҡортостандағы ике объекттың – Шүлгәнташ мәмерйәһендәге боронғо һүрәттәрҙең һәм Рәсәйҙәге тәүге геопарк “Янғантау”ҙың Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инергә дәғүә итеүе хаҡында хәбәрҙар булыуын әйтте.

Сәфәр барышында шулай уҡ ошо объекттарға арналған “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо. Сараларға Франциялағы төп ғилми үҙәктәрҙән 50-нән ашыу эксперт саҡырылды. Белгестәр, Башҡортостан Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инергә лайыҡ, тигән фекер белдерҙе.


Фото:


Вернуться назад