Кисәнән алып яуған ҡар Өфөләге коммуналь хеҙмәттәр өсөн тәүге ҡышҡы һынау булды. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эш тәүлек әйләнәһенә туҡтаманы.
Яуаплы хеҙмәттәр юл өҙөклөгөнә юл ҡуймау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Уҙған төндә урамдарҙы таҙартыуға 350 берәмек техника, ике меңгә яҡын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре йәлеп ителгән. Тәү сиратта күперҙәрҙе, юл айырсаларын, үрләстәрҙе ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы менән эшкәртеүгә иғтибар бирелә.
Әйткәндәй, ҡар таҙартыу буйынса эш бөтә республикала бара. Федераль трассаларға 94 берәмек техника сығарылған.