Күп функциялы үҙәктәрҙә хәл яҡшырамы?22.11.2018
Күп функциялы үҙәктәрҙә хәл яҡшырамы?Һуңғы ваҡытта Күп функциялы үҙәктәр бүлексәләрендә оҙон сираттар хасил булыуына зарланыуҙар йышайғайны. Был хаҡта республика етәксеһенә лә мөрәжәғәт иттеләр.

Архангел районы прокуратураһы Күп функциялы үҙәктең райондағы бүлексәһен тикшереп, уның эшмәкәрлегендә етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған. Йәғни граждандар дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр алыу өсөн 45 минут сиратта торорға мәжбүр, әммә етәкселек был йәһәттән сара күрмәгән. Шулай уҡ мөрәжәғәт итеүселәр Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм һәм төбәк порталдарына инһен өсөн бүлексәлә компьютер ҙа булмаған.

Прокуратура Күп функциялы үҙәк директорына Архангел районы бүлексәһендә штатты арттырыуға күрһәтмә сығарған, шулай уҡ бүлексә етәксеһе лә етешһеҙлектәргә юл ҡуйған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған



Вернуться назад