Сиҙәмселәр ҡайҙа ял итә?22.11.2018
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Заманса ҡала мөхите” проекты ярҙамында Әбйәлил районының Сиҙәм ауылында сквер асылды.

Бында ауыл халҡы өсөн ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн бар шарттар тыуҙырылған. Бигерәк тә балалар шат: уйын майҙансығында төрлө бәүелсәк һәм һырғалаҡтар урынлашҡан.

Данлыҡлы сиҙәмселәр вариҫтары йәшәгән ауыл бар яҡлап өлгө булырға, йәштәр спорт менән шөғөлләнергә, ауыл халҡы лайыҡлы йәшәргә тейеш, ти сараны ойоштороусылар. Әйткәндәй, скверҙы төҙөкләндереү, ағастар ултыртыу эшендә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашҡан. Киләсәктә был урындың сиҙәмселәрҙең иң яратҡан ял итеү урынына әүерелеренә ышаныс ҙур.



Вернуться назад