Тағы бер аҡҡошто ҡотҡарҙылар21.11.2018
Тағы бер аҡҡошто ҡотҡарҙылар
Әбйәлил районының Йәнгел ауылы янында бер аҙна элек табылған аҡҡошто Магнитогорск ҡалаһы эргәһендәге туңмай торған күлгә ебәрҙеләр.

Табылдыҡ ҡошто урындағы инспектор ветеринария табибына күрһәткәс, уның аслыҡтан хәлһеҙләнгәне, шуға күрә оса алмағаны билдәле була. Бер аҙна ашатҡандан-тәрбиәләгәндән һуң, аҡҡош нығына. Хәҙер ул хәүефһеҙлектә.


Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, ҡарауһыҙ хайуанды йә ҡошто осратҡан хәлдә, 8 (347) 218-04-30 телефоны аша ведомствоның тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер пунктына хәбәр итеүҙе үтенә.



Вернуться назад