Күңел донъяң ни хәлдә?19.05.2012
Күңел донъяң ни хәлдә?Түбәндәге һорауҙарға “юҡ”, “һирәк”, “ҡайһы саҡ”, “йыш ҡына” яуаптарының береһен һайла.

1. Хис-тойғо өйөрмәһендә ҡалаһыңмы?
2. Үҙеңде уңайһыҙ тойған хәл-ваҡиғаларҙан, аралашыу кинәнес килтермәгән кешеләрҙән ситтәрәк булырға тырышаһыңмы?
3. Эш-ҡылығың өсөн таныштарыңдан хуплау көтәһеңме?
4. Үҙеңә әйләнә-тирәләгеләр күҙлегенән сығып ҡарарға һәләтлеһеңме?
5. Яңғыҙ ҡалырға ҡурҡаһыңмы?
6. “Тормошома үҙем хужа түгел” тигәнерәк тойғолар борсомаймы?
7. Күңел төшөнкөлөгө — көсһөҙлөктөң бер билдәһе, тигән һүҙҙәр менән килешәһеңме?
8. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең тулыһынса яҡшы булыуы мөмкинме?
9. Уратып алған донъянан айырымланып, үҙеңде бөтөнләй башҡа мөхиттә тереклек иткән кеүек тоймайһыңмы?
10. Үҙ-үҙеңә оҡшамаған саҡтарың буламы?
11. Депрессияға биреләһеңме?
12. “Кешелеккә минән ни файҙа?” – тигәнерәк уйҙар мейеңде быраулаймы?
13. Таныштарың һинең турала насар фекерҙә һымаҡ түгелме?
14. Кеше менән аралашыуҙан ҡасаһыңмы?
15. Асыу һаҡлайһыңмы?

Асҡыс:

“Юҡ” — 1, “һирәк” — 2, “ҡайһы саҡ” — 3, “йыш ҡына” — 4.

Ә хәҙер мәрәйҙәр һанын иҫәпләгеҙ.
20 һәм унан аҙыраҡ мәрәй. Һин бик аҡыллы, һәр нәмәне төптән уйлап эш итәһең, ләкин шәхесеңә ниндәйҙер үҙенсәлек, сағыулыҡ етешмәй.
20 — 30. Сәләмәт рухлы, тыныс кешеһең. Шулай ҙа зирәгерәк булыу ҡамасауламаҫ.
30 — 45. Икеләнеүҙәрҙән йонсойһоң, тормошоңдан ҡәнәғәтлек кисермәйһең. Һәр йәһәттән дә камил кешеләрҙең булмауы менән, ниһайәт, килешергә ваҡыт. Үҙеңдең яҡшы сифаттарыңды күрһәтергә тартынма.
45 — 60. Бөтөн нәмәне лә йөрәгеңә артыҡ яҡын ҡабул итәһең. Күңел донъяңды байҡап, йәшәү рәүешеңә үҙгәреш индереү зарур.


Вернуться назад