TERRA BASHKIRIA – беренсе!21.11.2018
Быйыл апрелдә йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарылған Башҡортостандың TERRA BASHKIRIA туристик бренды төбәк туристик бредтарының милли рейтингында беренсе урынды яуланы. “Ҡурсаулыҡтар һәм парктар” номинацияһында өсөнсө урынға “Шүлгәнташ” лайыҡ булды. Бөрйәндең солоҡ балы иһә “Рус тәм-томо” номинацияһында тәүге өсәү иҫәбенә инде.

Бөтә брендтар танылыу, туристик ҡеүә, брендҡа ыңғай һәм кире баһа, финанс күрһәткес, брендты үҫтереүгә сығым, проектҡа инвестиция күләме кеүек үлсәмдәр буйынса баһаланды. Башҡортостан милли рейтингҡа ингән брендтар һаны буйынса Белгород, Вологда, Воронеж, Ростов, Тверь, Ярославль өлкәләре һәм Мордовия менән дүртенсе урынды бүлеште. Беренсе урында – Мәскәү өлкәһе (алты бренд), икенселә – Ставрополь крайы (биш бренд), өсөнсөлә иһә – Приморье крайы, Тула һәм Архангель өлкәләре.


Вернуться назад