Республикала ҡотороу сире сығанағы табылды. Шул сәбәпле карантин иғлан ителде. Был турала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың махсус указы сыҡты.
Бүздәк районының Кәпәй-Ҡобау ауылында ҡырағай төлкө көтөүлектә йөрөгән башмаҡты тешләй. Экспертиза малҡайға ҡотороу ауырыуы йоҡҡанын билдәләне.
Әлеге мәлдә ауыл биләмәһендә карантин саралары күрелә. Хәүефле сирҙең таралыуына юл ҡуйырға ярамай. Ошо маҡсаттан хайуандар күргәҙмәһе ойоштороу, малды һатыу, ауылдан ситкә сығарыу, ҡырағай йәнлектәрҙе аулау тыйыла.