Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты “Башгидрометүҙәк”кә һылтанып, республикала елдең көсәйеүе тураһында иҫкәртә. Бөгөн елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал.
Көндөң болотло булыуы, һепертмә буран сығыуы, юлдың айырым участкаларына ҡар һалыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Төндә һәм көндөҙ бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, әкренләп төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән. Һауа температураһы төндә 5-10 градус, урыны менән 15 градусҡа тиклем, көндөҙ иһә 2-7 градус һалҡын буласаҡ.