Һәүәҫкәр артист һалҡын һыу менән дә ҡойона.Ҡартлыҡ килеп-килеп ҡарай,
Уны өйҙә тота алмай, —
тигән таҡмаҡ юлдары Рәҡиә Рамаҙан ҡыҙына ҡайһылай тура килә, тип уйлап ҡуйҙыҡ, уны өйөндә тап итмәгәс. Баҡтиһәң, бөҙрәханаға маникюр, прическа яһатырға киткән. “Иртәгә район үҙәгенә концертҡа саҡырҙылар. Сәхнәгә сыҡҡас, матур күренергә кәрәк”, — тип шәп-шәп атлап ҡайтып етте ул бер аҙҙан.
Рәҡиә Әлмөхәмәтованың яҡташтары ҡушҡан икенсе исеме – “Күгәрсен һандуғасы”. Берәүҙекенә лә оҡшамаған көслө, сағыу тауышы өсөн шулай ололайҙар һәм райондағы концерттарҙан ҡалдырмайҙар. Ғәжәп бит: йыр-бейеүгә әүәҫлеге менән айырылып бармаған ата-әсәһенең һигеҙ балаһы араһынан бер үҙенә генә моң, дәрт бирелгән!
Үҙешмәкәр артистан “Йырсыға ҡайҙа уҡып сыҡтың?” тип йыш һорайҙар икән. “Тәпке, салғы, балсыҡ – бар белемем шул”, — тип уйынлы-ысынлы яуаплай ул. 1942 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы барған осорҙа донъяға килгәнгә күрә, Күгәрсен районының Яңауыл ауылы ҡыҙына “артист булам” тигән хыялын күңел төбөнә йәшерергә һәм бала ғына килеш колхоз эшенә егелергә тура килә. Шулай ҙа моңдан айырылмай – сөгөлдөр баҫыуында ла, сабынлыҡта ла ең һыҙғанып эшләр, йыр менән үҙен дә, башҡаларҙы ла дәртләндереп йөрөр була. “Йырға әүрәп, бер тонна сөгөлдөр үҫтереп тапшырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын”, — тип мәрәкәләп һөйләй ул 1983 йылдағы рекорды тураһында.
Тәүәкән ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны “Бәхет осоро” (“Возраст счастья”) тигән китап геройҙарын хәтерләтте. Уның авторы Владимир Яковлев, төрлө илдәргә барып, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң күптәнге хыялдарын бойомға ашырыуға өлгәшкән, хатта 100 йәштә белемдәрен һәм һәләттәрен үҫтереүҙән туҡтамаған һоҡланғыс кешеләр тураһында яҙа.
Рәҡиә Рамаҙан ҡыҙы ла, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙен әле саҡ тормош тәмен тойғандай хис итә. Ире Фәтих Арыҫлан улы (ауыр тупрағы еңел булһын) менән биш бала үҫтереп, йыл әйләнәһенә колхоз эшен башҡарып, донъя бөтәйтәм тип, бала сағында күңел төпкөлөнә йәшереп ҡуйған хыялын да онотоп ебәргән икән. Тап шул осорҙа Тәүәкән мәҙәниәт йортонда “Сәнкем” фольклор ансамбле ойошторола, һәм уның өсөн ысын артист тормошо башлана: әленән-әле Башҡортостандың баш ҡалаһында һәм төбәктәрендә сығыш яһай, төрлө йыр конкурсында ҡатнаша, әхирәттәре менән репетицияға йөрөй.
Рәҡиә Рамаҙан ҡыҙы моңо менән генә түгел, сәхнәлә үҙен тотошо, ыҫпайлығы йәһәтенән дә эстрада артистарынан ҡалышмай. “Бер күлдәкте ике тапҡыр кейеп сыҡмайым” тигән принцибы бар уның. Пенсияһы ай һайын тиерлек яңы сәхнә кейеме алырға етмәгәс, шәл бәйләп һата. “Мәләүездә йәшәгән ҡыҙым мамыҡты аялап бирә, мин иләйем, беребеҙ – ситен, икенсебеҙ уртаһын бәйләй. Быйылғы йәй ете шәл бәйләп, һәр береһен 2 500 – 3000 һумға һаттыҡ”, — ти йүнсел хужабикә.
Һәр йырсының тауышты һаҡлау буйынса үҙ сере була. “Күгәрсен һандуғасы” иһә тауышын һәм сәләмәтлеген нығытыу өсөн организмын сыныҡтырыуҙан туҡтамай: теүәл 18 йыл һалҡын һыу менән ҡойона. “Бабайым мәрхүм булғанына 11 йыл. Һалҡын һыу менән ҡойонорға ул өйрәтте”, — тип Рәҡиә Рамаҙан ҡыҙы ҡәҙерле кешеһен йылы хәтирәләр менән иҫкә ала.