Тел уҡытыусыларының бурысы телде өйрәтеү генә түгел.Быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең ХХ республика конкурсында стәрлетамаҡтар йәнә ҙур уңыш яулағайны. Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусылары командаһы әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереү турында III урынды алды. V класс уҡыусыһы Илдар Тимерғәлиев “Аҡбуҙат” журналының Маҡтау грамотаһы һәм махсус призы менән бүләкләнде.
Мәғариф өлкәһендәге уңыштар – тәү сиратта, әлбиттә, уҡыусыларҙың уңышы. Әммә уларҙы конкурсҡа әйҙәгән, белем биргән, тәрбиә орлоғо һалған уҡытыусыларының роле хаҡында ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Ошо бәйгегә команданы әҙерләгән, алып барған педагог – гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Шәрәфетдинованың эше был йәһәттән юғары баһаға лайыҡ. Ҙур уңыштар нәҡ ошондай кескәй еңеүҙәрҙән башлана бит. Туған тел, рухи тәрбиә тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
— Уҡытыусы көн һайын балалар күңеленә бөртөкләп ижади табыштар һеңдерергә, таланты булған уҡыусыларҙы үҫтерергә бурыслы. Һәләтле балалар тәрбиәләү – заман талабы, көсөргәнешле һәм яуаплы эш. Бының өсөн уҡытыусы яңы педагогик технологиялар өлкәһендә лә, электрон дәреслектәр тураһында ла хәбәрҙар булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыларым театрҙарға, музейҙарға, экскурсияларға йөрөргә ярата, йыш ҡына бергәләп әҙәби әҫәрҙәр уҡыйбыҙ. Уларҙан һуң йәнле һөйләшеү, фекер алышыу үткәрәбеҙ, баһаламалар яҙабыҙ, — тип яуап бирә Зөлфиә Тәлғәт ҡыҙы “Заман шарттарында балаларҙы нисек рухлы итеп тәрбиәләргә?” тигән һорауға. Үҙ эшенең оҫтаһы, киң эрудициялы, мәрхәмәтле шәхестең уҡыусыларына ижадсы итеп ҡарауы бигерәк тә иғтибарға лайыҡ.
Ысынлап та, кемдер уңышһыҙлыҡ сәбәбен – белем биреү талаптарынан, кемдер “моңһоҙ” һәм “маңҡорт” уҡыусыларынан эҙләгәндә Зөлфиә Шәрәфетдинованың ошолай гөрләтеп эшләүе һоҡланыу уята. Ә бит уның табыштары әлеге конкурсҡа ғына ҡайтып ҡалмай... Бының бер осо уҡытыусылар нәҫеленән булыуына, бала саҡ хыялына ҡайтып ҡалһа, икенсеһе кинәнеп эшләр өсөн тыуҙырылған шарттарға бәйлелер, сөнки теләк бер, эшләр өсөн тырышлыҡ та, ярҙам да мөһим.
— Стәрлетамаҡты үҫеш нөктәһе тип атар инем. Мәғариф өлкәһендә кинәнеп эшләр өсөн барыһы ла бар, быны үҙебеҙҙең гимназия миҫалында ғына ла иҫбатларға була. Башланғыстар хуплана, китап, технология һәм башҡалар тураһында әйтеп тораһы ла түгел, — тип ҡәнәғәтлектәрен дә еткерә Зөлфиә Тәлғәт ҡыҙы.