Бәхет өсөн күп кәрәкмәй21.11.2018

Әғзәмовтар эшен дә, йәшәр төйәген дә ошонда тапҡан.

Бөгөн демографик хәл йәһәтенән Иглин районы – республикала иң ыңғай күрһәткестәргә эйә төбәктәрҙең береһе. Районда халыҡ һаны йыл һайын яҡынса ике-ике мең ярым кешегә арта. Был, әлбиттә, тәү сиратта баш ҡалаға яҡын урынлашыу менән аңлатыла. Торлаҡ хаҡтарының Өфөгә ҡарағанда байтаҡҡа арзан булыуы айырыуса йәштәрҙе йәлеп итә. Күптәр баш ҡалаға йөрөп эшләй. Башкөллө Иглин еренә ерегеп, эшен дә, йәшәр төйәген дә ошонда тапҡандар бихисап.

Шундай матур ғаиләләрҙең береһе – Наилә менән Эльвир Әғзәмовтар. 2002 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған егет район үҙәге мәктәбендә эш башлай. Йәштәр тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, яйлап тәжрибә туплап, хеҙмәтендә лә хөрмәт яулай. Мәктәптәге өлкәнерәк хеҙмәттәштәре егеткә өйләнеү зарурлығы хаҡында шаярыу ҡатыш иҫкәртә килә, хатта Меңйетәр ауылында Наилә исемле бик һылыу уҡытыусы ҡыҙ барлығы, шуның менән ғаилә ҡорһа, һис отолмаясағы тураһында ла әйтеп ҡуялар. Әммә егет менән ҡыҙҙың юлдары үҙ мөҙҙәте етмәйенсә киҫешмәй.

– Бер мәл районға ҙур ҡунаҡтар килеү айҡанлы беҙҙе, бер нисә йәш егетте, ҡурай уйнап, сәләмләү һүҙе әйтергә тәғәйенләп ҡуйҙылар. Шунда башҡорт милли кейеме кейгән, ҡулына һөлгө менән сәксәк тотҡан һылыу ҡыҙҙы күреп, тәү ҡараштан оҡшаттым. Шуныһы ғәжәп: был ҡыҙ хеҙмәттәштәрем әйткән Наилә булып сыҡты, – тип хәләл ефете менән танышҡан сағын матур хәтирә итеп иҫкә алды Эльвир.

Бөгөн Әғзәмовтар ғаиләһендә өс бала үҫә. VII класс уҡыусыһы Вилдан яҡшы билдәләргә өлгәшеп кенә ҡалмай, бейеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә ваҡыт таба. Атаһы кеүек өҫтәл теннисын оҫта уйнай. Әйткәндәй, Эльвир Сәғит улы уҡытыусылар араһында ошо спорт төрө буйынса үткәрелгән район ярыштарында гел I урынды яулап килә.

Юлиә III класта уҡый, ул да район мәҙәниәт йортондағы бейеү түңәрәгендә ихлас шөғөлләнә. Бәләкәс Әлиәгә бер генә йәш, шуға күрә һөнәре буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Наил ҡыҙы әлегә бәпес бағыу мәшәҡәттәре менән мәшғүл.

Әғзәмовтар район үҙәгендә ҙур йорт һалып ингән. “Иглинға ныҡлы еректек. Йәштәр күпләп төйәкләнә, һуңғы йылдарҙа башҡорт ғаиләләренең ишәйеүе күҙәтелә, – ти сығышы менән Әлшәй районы егете Эльвир Сәғит улы. – Ныҡлы терәк булыр ҡатыным, өйөбөҙ йәме – балаларыбыҙ, яратып башҡарған эшем бар, гөрләтеп донъя көтөргә дәрт-дарманыбыҙ етерлек. Кешегә бәхет өсөн шунан артығы кәрәкмәй ҙә...”


Вернуться назад