Һөнәре – йәшәү мәғәнәһе.Башҡортостанда “Ауыл табибы” программаһы 2012 йылдан уңышлы тормошҡа ашырыла, уның сиктәрендә ауыл ерендә эшләргә төрлө һөнәр табиптары — участка терапевтары, педиатрҙар, стоматологтар, хирургтар, акушер-гинекологтар, анестезиолог-реаниматологтар, психиатрҙар, неврологтар, офтальмологтар күсеп килде.
Әлбиттә, ауылды һайлаған йәш табиптарға район хакимиәте ҙур өмөттәр бағлап, уларҙың артабан да тырышып хеҙмәт итеүен күҙаллай. Оло Ыҡтамаҡ район үҙәк дауаханаһына ла йәш белгестәр эшкә ҙур теләк менән килә. Инсаф Илдар улы Шәрипов 2016 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлап, Мәсетлегә эшкә ҡайта.
— Тыуған ауылым Теләштә 2009 йылда урта мәктәпте тамамлағас, минең алда ”Кем булырға?” тигән һорау торманы, бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырырға тип, Өфөгә юлландым һәм документтарымды медицина университетына тапшырҙым, — ти йәш табип Инсаф Илдар улы. — Алты йыл уҡығандан һуң ҡулыма диплом алғас, тағы бер йыл интернатурала белемемде камиллаштырып, районға ҡайтырға ҡарар иттем.
Бөгөн Инсаф Шәрипов район үҙәк дауаханаһында врач-хирург булып эшләй, эш стажы ҙур булмаһа ла, үҙен яҡшы белгес итеп танытҡан. Уның иҫәбендә ауырыуҙарҙы ҡабул итеү һаны бихисап, был үҙенә күрә бер тормош имтиханы, етмәһә, эш тәжрибәһе лә туплана.
Әйткәндәй, Инсафтың әсәһе лә, игеҙәге Сөмбөл дә медицина тармағында эшләй, улар — шәфҡәт туташтары.
— Әлбиттә, һөнәр һайлауыма әсәйем дә этәргес биргәндер инде, миңә бала саҡта йыш ҡына уның эш урынында булырға тура килә ине, — ти Инсаф Илдар улы. — Яҙмышымды кеше һаулығын һаҡлауға арнауыма үкенмәйем, киләсәктә лә был тәңгәлдә тырышып эшләйәсәкмен.
Инсаф Илдар улы Шәрипов “Ауыл табибы” программаһына эләгеп, бер миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Йәш табип дәүләт тарафынан күрһәтелгән аҡсаға район үҙәгендә йорт һалып инергә хыяллана.