Суд приставтарына һорауҙарығыҙ бармы? “Башҡортостан” гәзите ярҙамға килә: редакцияла Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров гәзит уҡыусылар менән тура бәйләнеш ойошторасаҡ, һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирәсәк.
“Ҡыҙыу линия” 25 майҙа сәғәт көндөҙгө 11-ҙән 12-гә тиклем эшләйәсәк, 272-75-30, 272-05-43 телефондарына шылтыратыуҙар көтәбеҙ. Алдан һорау әҙерләп “суд приставына” тамғаһы менән
[email protected] электрон адресына ебәрә йәки 8 (347) 272-86-29 телефонына шылтырата торһағыҙ, тағы ла отошлораҡ.