Һыуһыҙ ҡалғандар21.11.2018
Ошо көндәрҙә Балаҡатай районында коммуналь авария булды. Алты меңгә яҡын кеше йәшәгән Яңы Балаҡатай ауылы, туғыҙ социаль әһәмиәтле объект һалҡын һыуһыҙ ҡалды.

Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, һыуһыҙ ҡалған барлыҡ объекттар ҡәҙимге тәртиптә эшләй, етерлек һыу запасы тупланған. Биналар йылытыла, халыҡҡа хәбәр ителгән. Әле авария-ҡотҡарыу эше бара.

Әйткәндәй, һуңғы аҙнала был — икенсе ғәҙәттән тыш хәл. Күптән түгел Яңы Балаҡатайҙа 390 шәхси йорт һалҡын һыуһыҙ ҡалғайны.



Вернуться назад