Баҡса йортонда йәшәргә яраймы?21.11.2018
Һуңғы йылдарҙа ҡала ситендәге баҡсаларҙа йәшәгән кешеләр артҡандан-арта. Билдәле, берәүҙәр ауылдан килеп, ҡаланың үҙендә фатир алырға аҡсаһы етмәгәнлектән, баҡса йортон һайларға мәжбүр. Әммә унда пропискаға инеп булмағанлыҡтан, күп мәшәҡәттәр тыуа. Тап шуға ла 2019 йылдың 1 ғинуарынан халыҡта “дача конституцияһы” тип йөрөтөлгән 217-се федераль закон үҙ көсөнә инеүен күптәр түҙемһеҙләнеп көтә.

“Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында яңы закондағы үҙгәрештәр хаҡында һүҙ барҙы. Иң мөһим яңылыҡтарҙың береһе – киләһе йылдың 1 ғинуарынан баҡса участкаһында торлаҡ йорт һалыу мөмкинлеге. “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вәсилә Нурғәлиева әйтеүенсә, йорт һалыу өсөн рөхсәт талап ителмәй. Был турала урындағы органдарға хәбәр итеү ҙә етә.

Яңы законда баҡса йортонда йәшәргә ярай тип билдәләнә. Шулай ҙа уны йәшәргә яраҡлы тип таныу, теркәлеү өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сәбәбе – әлегә яңы тәртип билдәләнмәгән. Йыл аҙағына тиклем был юҫыҡта ла эш көйләнер тип көтөлә.

Билдәле булыуынса, күптәр баҡсаларында мунса, һарай, гараж, мөгәрәп төҙөй. Әммә был ҡаралтыларҙы күсемһеҙ милек тип законлаштырып булмаясаҡ.

Яңы закондың уңайлы яҡтары бихисап. Мәҫәлән, участкаларҙағы йәшәргә яраҡһыҙ йорттар һәм ҡаралтылар яңы йылдан автоматик рәүештә баҡса йорттары тип иҫәпләнә. Документтарҙы алмаштырырға кәрәкмәй. Быны өй хужаһы үҙенең теләге буйынса башҡара.


Вернуться назад