Францияның Страсбург ҡалаһында I “Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһе үтте. Сара Рәсәй Президенты Хакимиәте ярҙамы менән ойошторолдо.
Башҡортостандан форум-күргәҙмәлә Гүзәл Кәримова ҡатнашты. Ул традицион һәм стилләштерелгән биҙәүестәр — түшелдеректәр, яға яһай. Форум барышында шулай уҡ эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарға булышлыҡ итеүгә арналған панель дискуссиялар, пленар ултырыш булды. Сарала ҡатнашыусылар уңышҡа өлгәшеү йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашты.