Депутат экологик мәсьәләләргә, халыҡтың көнкүрешенә битараф түгел.Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының яңы составын һайлауға өс айҙан ашыу ваҡыт үтте. Улар араһында тәүге тапҡыр һайланғандар ҙа, ике саҡырылыш һәм унан күберәк эшләгәндәр ҙә бар. Халыҡ илселәре араһында “Йәшелдәр” экологик партияһынан Руфина Алик ҡыҙы Шаһапованы тәжрибәлеләр иҫәбенә индерергә була. Әле ул Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһында даими нигеҙҙә эшләй. Беҙ депутаттың ниндәй маҡсаттар менән эшләүе, һайлаусыларҙың наказдарын үтәргә әҙерлеге хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Руфина Алик ҡыҙы, сәйәси көрәш еңелдән булмаһа ла, һеҙ бер мандатлы округтан депутат булып үтеүгә өлгәштегеҙ. Бындай уңыштың сәбәбе нимәлә, тип иҫәпләйһегеҙ?
– Мин һәр ваҡыт “һайлау бер айлыҡ ҡына хеҙмәт түгел” тип әйтәм. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бер ни эш тә ҡыйратып булмай. Партиялар һаны ла артып китә. Кандидаттар һайлау кампанияһы барышында төрлө вәғәҙәләр биреп яңылыша, тигән фекерҙәмен. Мин 2013 йылдағы һайлауҙа ҡатнашҡанда уҡ ошо хатаны ҡабатламау маҡсатын ҡуйҙым. Былай ҙа вәғәҙә бирергә яратмайым, үҙемдең һүҙҙәрем өсөн яуаплылыҡ тоям. Һайлау алды кампанияһы барышында ла ошо төп ҡағиҙәгә хыянат итмәйем.
Быйылғы еңеүем минең өсөн бик ҡәҙерле, сөнки ул – биш йыл буйы башҡарған эшемдең һөҙөмтәһе. Шуға ла ошо уҡ округтан тағы ла һайлауға маҡсатлы барҙым. “Халыҡ миңә ышанамы? Тауыш бирәме?” тигән һорауҙарға яуап табыу бик мөһим ине. Ышаныслы еңеү, тиҙәр. Ысынлап та һайлаусыларым менән биш йыл ныҡлы эшләгәнмен. Бөгөн Радий Хәбиров та депутаттарға: “Һеҙ халыҡ янында булырға тейешһегеҙ. Иң төптән мәсьәләләрҙе күтәреп, беҙ уны тойорға тейешбеҙ”, – ти. Был бик дөрөҫ фекер. Яңыраҡ Турбаҫлы ауылында һуңға тиклем Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы менән халыҡты ҡабул иттек. Халыҡ уҫал, ризаһыҙлыҡ белдерә. Уларҙы ла аңларға мөмкин, сөнки күп урамдарҙа юл юҡ. Балалар мәктәпкә йөрөй, ә ауыл урамдары яҡтыртылмай. Етмәһә, урам эттәре лә хәүеф тыуҙыра. Әгәр уларҙы ишетеп, уларҙы бергә хәл итеп йөрөмәһәк, беҙҙең халыҡ ҡайҙа барып бәрелергә тейеш?! Әлбиттә, республика етәксеһенең талабы бик урынлы. Мин биш йыл халыҡ араһында йөрөнөм, әле лә шулай эшләүемде дауам итергә йыйынам. Әгәр һин халыҡты ишетмәйһең дә, күрмәйһең дә икән, нисек бында депутат булып ултырыу мөмкин?! Йәмәғәтсе булараҡ, егерме йыл буйы институтта юридик клиникаға етәкселек иттем. Студенттар менән берлектә халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәттек. Ошо тәжрибәмдән сығып, депутатлыҡҡа килдем дә инде.
– Турбаҫлыларҙың көнүҙәк мәсьәләләре хәл ителерме?
– Әле Турбаҫлыла йүнле юлдар, балалар баҡсаһы юҡ. Был саҡырылыш ваҡытында балалар баҡсаһы төҙөрбөҙ тип ышанам. Ауылда 200-гә яҡын бала, ә уларға барыр урын юҡ. Унда ФАП та эшләмәй. Яңы тыуған балаларының анализдарын бирер өсөн ата-әсәләр иртән юлға сыға. Етмәһә, быға транспорт мәсьәләһе лә килеп ҡушыла. Ошондай шарттарҙа кешеләр нисек йәшәргә тейеш? Бында хәл итеп бөтөрөлмәгән мәсьәләләргә тотоноу теләге лә яңынан депутат булыуға этәрҙе.
Турбаҫлыларҙы яратам, унда дәртле халыҡ йәшәй, матур итеп байрамдар үткәрәләр, тик клуб шул тиклем иҫке, авария хәлендә, ул бинаға 100 йылдан артыҡ инде. Социаль-мәҙәни комплекс төҙөп, унда клуб, балалар баҡсаһы, ФАП кеүек учреждениелар асыу мәсьәләһен бер юлы хәл итеү урынлы булыр, тип уйлайбыҙ. Әгәр ҙә ошондай көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итмәһәк, әлбиттә, ауылдан йәштәр китәсәк.
– Әйткәндәй, Турбаҫлы ҡошсолоҡ фабрикаһы тирә-яҡ мөхитте бысрата, тип зарланғандар ҙа күп...
– Турбаҫлы ҡошсолоҡ фабрикаһы минең округка ҡарамай, шуға ла был мәсьәләгә депутат булараҡ түгел, ә эколог күҙлегенән бағам. Ысынлап та, тауыҡтың тиҙәген ашлама итеп баҫыуҙарға түгәләр ҙә шуның менән эш бөттө, тип уйлайҙар. Әммә ул тиҙәктә аммиак бар, ул тиреҫтә йылдар буйы һаҡлана. Авдон һәм Турбаҫлы ҡошсолоҡ фабрикалары эргәһендә йәшәгән халыҡ был мәсьәләне йыш күтәрә. Шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү сараһын күрмәһәң, себендәрҙән дә сир таралыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта ҡош тиҙәген эшкәртеү технологиялары бар, предприятиелар ошо йүнәлештә лә эшләргә бурыслы.
Мин, “Йәшелдәр” сәйәси партияһы лидеры булһам да, бындай ҡаты алымдарға ҡырҡа ҡаршымын. Завод, фабрика, предприятие ниндәй төрҙә булыуға ҡарамаҫтан, улар эшләргә тейеш, экология тураһында ла уйларға бурыслы. Экологик балансҡа өлгәшеү мөһим, был – төп бурыс. Сәнәғәтте үҫтереү һәм тәбиғәтте лә һаҡлап ҡалыу маҡсатын ҡуябыҙ.
– Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты был саҡырылышта ниндәй йүнәлешкә айырыуса иғтибар бирәсәк? Алда ниндәй бурыстар тора?
– Пландар күп, алдыбыҙға ҙур мәсьәләләр ҡуйылған. Комитет рәйесе һәм ағзалары менән һөйләшкәндә лә бөгөн ТКО (ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар) мәсьәләһе мөһим. Сүп-сар мәсьәләһен хәл иткәндә иң ауыры – кешеләр менән эшләү, сөнки хәҙер төбәк операторҙары, техник пландар индерелде. Тәү сиратта халыҡтың көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып һалыу бурысы тора. Әгәр ҙә ошо сүп-сарҙы сорттарға айырып һалмаһаҡ, беҙҙең бер закон да тормошҡа ашмаясаҡ. Шуға ла сүп-сар мәсьәләһен хәл итергә, халыҡ менән эшләргә кәрәк. Был эштә Ҡоролтайҙың да өлөшө ҙур. Хөкүмәттең төрлө проекттары булһа ла, халыҡ әҙер булмаһа, ҡабул итмәһә, уны бойомға ашырыу ауырға тура киләсәк. “Кем ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлергә әҙер?” тип һораған саҡта, халыҡтың биш проценты ғына ҡулын күтәрә.
Әлбиттә, миңә лә был мәсьәләне хәл итеүе ауыр, бер һауыт урынына бер нисәне ҡуйып, көнкүреш ҡалдыҡтарын бүлеп һалыу. Етмәһә, өйҙә тәртип урынлаштырыу бер миңә генә бәйле түгел, тотош ғаиләне ошо ғәҙәткә өйрәтергә кәрәк.
Бөгөн һәр кем алдында ҡалдыҡтарҙы сортҡа айырыу, тарифтарҙы ваҡытында түләү бурысы тора. Хаҡтар ҙа сорттарға бүлеп һалыуға ҡағыласаҡ, әгәр ҙә ошо тәртипте үҙебеҙҙә булдыра алмаһаҡ, хаҡ юғары буласаҡ.
Беҙ Европаны, Японияны миҫалға килтереп һөйләргә яратабыҙ. Японияла ҡалдыҡтарҙы 39 төрлө сортҡа айырып һалыу ҡаралған. Күҙ алдына килтерәһегеҙме: халыҡ өйөндә сүп-сарҙы 39 пакетҡа бүлеп һала һәм ихатала һәр береһен махсус һауыттарға илтә. Хатта Германияла халыҡты ошо тәртипкә күндереү өсөн 20 йыл ваҡыт киткән. Унда сорттарға бүлеп һалынған сүп-сар өсөн тариф түбән, ә сорттарға айырылмаған осраҡта хаҡ юғары. Сорттарға бүленгән сүп-сар өсөн хаҡты яйлап төшөрә баралар, ә бүленмәгәндәренә арттыралар. Бына, шулай итеп, кешене тәртипкә өйрәтәләр. Элек ауылдарҙа халыҡ сүп-сарҙы бер соҡорға ташлаған, улар, ғәҙәттә, серей торған органик әйберҙәр булған. Әле йөҙәр йыл дауамында серемәгән пластик әйберҙәр сығарып түгелә.
Бөгөн иң мөһиме – мәҙәнилек һәм тәрбиә. Баланы тыуғас та тәртипкә өйрәтә башларға кәрәк. Дәүләт Думаһында “Экологик белем алыу һәм мәҙәниәт тураһында”ғы законды ҡарау зарур. Ул балалар баҡсаһынан, мәктәптән балаларҙы экологик мәҙәниәткә, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләүҙе эҙмә-эҙлекле алып барыу маҡсатын ҡуя. Дәүләт Думаһында булған һайын ошо законды күтәреп сығыуҙарын һорайым. Әлбиттә, уны ҡайтанан әҙерләйәсәкбеҙ.
– Экологияны яҡлап сығыш яһаған партия вәкиле булараҡ та, һеҙгә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, яҡлау мәсьәләләре менән халыҡ йыш мөрәжәғәт итә. Бөгөн улар араһында ҡайһылары үтә лә мөһим тигән фекерҙәһегеҙ?
– Комитет беренсе ултырышта Башҡортостан Республикаһының “Эсәр һыу тураһында”ғы законына үҙгәрештәр индереүҙе тәҡдим итте. Тәүге документ бынан 20 йыл элек ҡабул ителгән, бөгөнгө талаптарға яуап бирмәй: төбәктә һыуҙың сифаты ла, инфраструктура ла үҙгәрештәр кисергән. Яңы документ законды федераль ҡанундарға яраҡлаштырыуға килтерәсәк. Ул йәмәғәтселеккә һыу анализдарын норматив пландан тыш һорау хоҡуғын да бирә.
Һыу мәсьәләһе республикала ифрат көсөргәнешле. Мәҫәлән, Өфөнөң Дим биҫтәһе үҙәк һыу үткәргесе менән тулыһынса тәьмин ителмәгән. Башҡортостанда эсәр һыу ғына түгел, техник һыуға ҡытлыҡ кисергән райондар ҙа бар. Ҡайһы берҙәрендә һыу нефть сәнәғәтенән ҡалған “мираҫ” арҡаһында ағыуланған. Туймазы, Нефтекама, Краснокама райондарынан һыу сифатына дәғүәләр күп килә. Шуға ла бәләкәй ауылдар ҙа, миллионлы ҡалалар ҙа тормош сығанаҡһыҙ ҡалмаһын өсөн беҙгә ныҡлы уйланырға кәрәк.
“Өфөводоканал” предприятиеһы мәғлүмәттәре буйынса, әле баш ҡалала мең километр оҙонлоғондағы торбаларҙы алыштырыу талап ителә. Шуға ла һыуҙы шишмәнән йә Альп тауҙарынан алып килгән осраҡта ла сифатһыҙ продукт аласаҡбыҙ. Әле ҡалала һәр йортта бәләкәй таҙартыу ҡорамалдары ҡуйыу мәсьәләһе лә ҡарала. Был йәһәттән финанс ауырлығы йорт хужаларының иңенә генә төшмәһен, ә дәүләт программаһы аша ярҙам булһын өсөн тырышабыҙ.
Өфө химия заводы бынан 30 йыл элек ябылһа ла, әле һаман да ул беҙҙең граждандарҙың һаулығына, эсәр һыуыбыҙға хәүеф тыуҙыра. Ҙур финанс сығымдары һалыуҙы талап иткән ерҙәрҙе яңыртыу мәсьәләһе лә тора. Бындай кимәлдәге заводтар элек барлыҡ Советтар Союзын хеҙмәтләндерҙе, шуға ла “Химпром” да тупланған зыянды бөтөрөү программаһына инә. Хәүеф класын, сығымдар күләмен билдәләү өсөн бик етди экспертиза ойоштороу бурысы тора.
– Әлбиттә, комитет бик күп закондар өҫтөндә эшләү бурысын ҡуя. Ә бына һеҙҙе ниндәй йүнәлештәрҙәге эш ҡыҙыҡһындыра?
– Закондарҙы үтәү бер ғәмәл булһа, уны яҙыу бөтөнләй икенсе йүнәлеш. Ҡанун сығарыусы булараҡ, мин ҡортсолоҡ буйынса законды камиллаштырыуҙың мөһимлеген аңлайым. Былтыр ҡаргиҙәрҙә Бөрйән районын гиҙеп сыҡтыҡ. Унда солоҡтары булған меңәр йыллыҡ ҡарағастарҙы ҡараныҡ, мәсьәләне яҡындан өйрәндек. Бөгөн башҡорт ҡортоноң икенсе төрҙәр менән үҙ-ара ҡушылыуы төп хәүеф сығанағы булып торғаны асыҡланды. Был иһә, балһыҙ ҡалмаһаҡ та, солоҡсолоҡто юғалтыуыбыҙ ихтималлығы хаҡында һөйләй. Умартасылыҡ менән нәҫелдән шөғөлләнгән солоҡсолар һәм ғалимдар менән дә аралаштым, уларға был мәсьәлә яҡшы таныш. Башҡорт ҡортон һаҡлау өсөн комплекслы ҡараш талап ителә тигән һығымтаға килдек. Закондарҙы камиллаштырғанда “башҡорт” тоҡомло ҡортто үрсетеүҙә ошо йүнәлештә махсуслашҡан умартасыларға ярҙам итеү буйынса дәүләт программаһын файҙаланыу мөһим. Әле проект өҫтөндә эш дауам итә.
Киләһе йүнәлеш – һауаның таҙалығы һәм уның сифатына йоғонто яһаған кире факторҙарҙы кәметеү. Өфөлә етештереү, сәнәғәт предприятиелары күп булһа ла, статистика мәғлүмәттәре буйынса һауаны бысратыуҙың 50 – 70 проценты автомобилдәргә тура килә. Улар яндырған газда 200-ҙән ашыу химик берләшмә бар. Шуға ла беҙ, хаҡы ҡиммәт булһа ла, электромобилдәргә күсеү өсөн ошондай транспорт сараларына һалымдарҙы бөтөрөү йә уларҙы һатып алыуға субсидиялар бүлеү кеүек тәҡдимдәр менән сығыш яһарға йыйынабыҙ. Мәсьәләне хәл итеү юлдары бар. Был осраҡта, башҡа төбәктәрҙәге кеүек, заманса троллейбус, трамвай, электробус һымаҡ экологик яҡтан хәүефһеҙ транспорт саралары ярҙамға килә ала. Шулай уҡ автобустарҙы газ двигателдәренә күсереү ҙә тирә-яҡ мөхиткә зыянды кәметәсәк.
Эт һәм бесәйҙәргә чиптар ҡуйыу мотлаҡ булырға тейеш, тип уйлайым. Был мәсьәлә Европала күптән хәл ителгән. Был закон эт-бесәйҙәр өсөн яуаплылыҡты арттыра. Мәҫәлән, хужа, чип ҡуйылған бесәйе юғалып та эҙләмәһә, был ҡылығы өсөн яуап бирергә тейеш буласаҡ.
– Руфина Алик ҡыҙы, ҡайҙа ғына барып төртөлһәк тә экологияға бәйле мәсьәләләр барлығы асыҡлана. Ысынлап та, тирә-яҡ мөхит беҙҙең ярҙамға мохтаж. Барлыҡ донъя аҡса артынан ҡыуған, һәр күренешкә тик байыу сығанағы итеп ҡараған заманда йәшәйбеҙ. Шуға ла кеше тәбиғәттән файҙаланыусы ғына булмаһын, ә уны яҡлаһын да, тип теләргә ҡала. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, киләсәктә фекерҙәштәрегеҙ артһын.