Өмәләрҙән ауыл урамдары гөрләй21.11.2018

Әбйәлилдәр күмәк эшкә тотондо.

Халҡыбыҙҙың матур милли байрамдарының береһе – Ҡаҙ өмәһе. Көндәр һалҡынайғас үткәрәләр уны. Үҙенә күрә тәртибе лә бар. Ошо миҙгелдә йорт хужалары йәш килендәрҙе, ҡыҙҙарҙы, күрше-күләнде Ҡаҙ өмәһенә саҡыра. Байрамса кейенгән йәштәр, шаян хәбәрҙәр һөйләй-һөйләй, күңелле йырҙар көйләй-көйләй ҡош йөнө йолҡа. Шулай уҡ буйҙаҡ егеттәрҙе лә саҡырыр булғандар, улар үҙҙәренә ҡыҙ күҙләгән.

Ҡаҙ өмәһендә кешеләр бер-береһе менән яҡындан аралаша, күңел аса. Ҡош йөнөн йолҡоу еңелдән түгел, өмәгә ауылдың уңғандары ғына саҡырыла. Ҡаҙҙарҙы йолҡоп бөткәс, түшкәләрен көйәнтәләргә элеп, йылғаға алып барып йыуалар. Кис хужалар өмәселәрҙе ҡунаҡҡа саҡыра: табын түренә мул итеп яңы ит ҡуйыла. Ҡаҙ майында ҡыҙҙырып, тәмле ҡоймаҡ ҡойола.

Ошо көндәрҙә бәрәкәтле Әбйәлил ра­йонында ла матур сара ойошторолдо. Күсем ауылынан Зөлфирә Моратшина Ҡаҙ өмәһенә иң етеҙ, таһыллы, уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырған. Ихатанан уҡ байрам кәйефе һиҙелә: баян, ҡурай моңдарына ҡушылып, йорт хужалары эшкә килгәндәрҙе таҡмаҡ менән ҡаршылай. Ишек алдына сәй өҫтәле ҡуйылған, өмәселәрҙе хужабикә шыжлап торған самауыр янына саҡыра, хуш еҫле сәй, телеңде йоторлоҡ ҡоймаҡ менән һыйлай.

Өмә барған йортта бала-саға ҡаҙ тотоша, ир-егеттәр уны салып, йолҡоусыларға индереп тора. Матур итеп кейенгән инәйҙәр, үткер телле еңгәләр, бикәләр һәм апһын­дар, уртаға ҙур шаршау йәйеп һалып, уның остарын үҙҙәренә тартып нығытып, ҡош түш­кәләрен эшкәртә лә башлай. Һүҙ ың­ғайында һәр кем ҡаҙға бәйле ҡыҙыҡ хәл­дәрҙе, бала саҡта бәпкә көтөүе тура­һын­да­ғы хәтирәләрҙе иҫкә төшөрә. Көлөү тауыш­тары яңғырай. Тилбер ҡулдарға күҙ эйәрмәй, шаршау өҫтө шау мамыҡҡа кү­ме­лә. Өй хужабикәһе ҡаҙ ҡанаттарын бәй­ләй-бәйләй, таҡмаҡлап бейеп тә ала. Бындай күңелле өмәлә түҙеп ултырып булмай шул!

Йорт хужабикәһе Зөлфирә Фәрит ҡыҙы, күрше Ташбулат ауылында мәҙәниәт йорто директоры булып йөрөп эшләүенә ҡара­маҫтан, ҡош-ҡортто күпләп аҫрай. Уға улдары Рамаҙан менән Буранбай ҙа ярҙам­лаша. Атайҙары әле ҡырҙа эштә.

Уйын-көлкө, йыр-бейеү менән аралашып барған эш һис ауырға төшмәне. “Һә” тигәнсә ҡаҙ йөнөн йолҡоп та бөттөләр. Ауылдағы иң оло еңгәләрҙең береһе Мәзмүрә Ҡу­жи­наның ошо йолаға бәйле төрлө ырым-юрауҙы күп белеүе асыҡланды. Эш бөткәс, тап уның тәҡдиме менән, урталағы ма­мыҡты йыймай, һәр кем аяҡ-ҡулын шунда тығып һамаҡланы. Шулай иткәндә, аяҡ-ҡул һыҙлауһыҙ була икән. Хужабикәнең ҡаҙ мамығын ишек алдына һибеү йолаһын да Зөлфирә Моратшина шартына килтереп башҡарҙы. Ул ихатаға сығып, ҡаҙ мамығын осора-осора һамаҡланы. Иншалла, киләһе йылда ла был йортҡа күпләп ҡаҙ үрсетергә яҙһын!

Әйткәндәй, ҡаҙ өмәһенең иң тулҡынлан­дырғыс мәле – ҡыҙҙарҙың, ҡош ҡаурыйын тотоп, бәхеттәренең кем ҡулында булыуын юрауылыр. Был йола боронғонан килгән һынамыш тип ҡабул ителһә лә, йәш ҡыҙҙар­ҙың тулҡынланыуы йөҙҙәренә сыҡты. Улар ҡыҙыҡһыныуҙарын еңә алмай, киләсәк тормоштарының нисек булырын юраған еңгәйҙәре янында өйрөлдө.

Көйәнтәләргә эленгән ҡаҙ түшкәләрен яурындарына һалып, өмәселәр һыу буйына ыңғайланы. Ҡалғандары гармунға ҡушылып йыр һуҙҙы. Егәрле килендәр түшкәләрҙе йылғала сайҡап, хужабикәгә изге теләктәрен еткерҙе.

Ҡара көҙҙөң әсе еле өмәселәрҙең бит остарын бер аҙ семеткелеп алһа ла, кәйефтәр күтәренке. Сыр-сыу килеп өйгә ҡайтҡас, уларҙы тағы ла яуаплыраҡ, ҡатмарлыраҡ эш көтә ине. Тап-таҙа итеп йыуылған һимеҙ ҡаҙҙарҙың эсен ярып таҙартыу барыһынан да сослоҡ һәм иғтибарлыҡ талап итә.

Кискә ҡарай эш тамамланды. Ит түшкәләре сөйгә эленде. Йорт эсе ҡаҙ майына бешерелгән тәмле ҡоймаҡ еҫенә тулды, ит киҫәктәре түрҙән урын алды, бишбармаҡ әҙерләнде. Йорт хужабикәһе ризыҡты өлөштәргә бүлде.

— Элек-электән ҡаҙ итен ете өлөшкә бүлгәндәр. Ҡыҙҙарға — ҡанат, малайҙарға — бот, хужаға — баш, ҡатынға — түш ите, ҡунаҡтарға оса майы эләккән, — тип ит бүлеү йолаһы менән таныштыра-таныштыра һәр кемгә тәмле ризыҡ өләште Зөлфирә Фәрит ҡыҙы. — Бына, Буранбай улым, һиңә бот – ҡаҙ шикелле бейеп тор!..

Өмәселәр хужаларға киләһе йылда ла ихата тултырып ҡош үҫтереүҙе теләне. Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың ҡото һәм йәме һаҡлана. Иң мөһиме — халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмаясаҡ, быуындан быуынға күсеп, дауам итәсәк.


Вернуться назад