Республика Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 20 – 21 ноябрҙә башҡортостанда болотло һауа торошо, бер аҙ буран сығыуы, юлдың айырым участкаларына ҡар һалыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 5-10 метр, әкренләп төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән. Һауа температураһы төндә 5-10, урыны менән 15 градусҡа тиклем, көндөҙ 5-7 градус һалҡын буласаҡ.
Водителдәргә юлда һаҡ булырға кәңәш ителә.