Баш ҡалала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” Милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса конференция үтте.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса федераль үҙәге” автономиялы коммерциялы булмаған ойошма етәксеһе Николай Соломон белдереүенсә, был Милли проектҡа Башҡортостандың 150 предприятиеһын йәлеп итмәкселәр. Рәсәй буйынса иһә ҡатнашыусылар һаны 10 меңгә етергә тейеш.
Милли проект 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ. Ҡатнашыусыларҙың эшмәкәрлеге өҫтөнлөклө йүнәлештәргә бәйле булыуы мотлаҡ: эшкәртеү, ауыл хужалығы, транспорт, сауҙа, төҙөлөш тармаҡтары. Уларҙың хеҙмәт етештереүсәнлеге потенциалы 10 проценттан да кәм булмауы фарыз. Барлыҡ шарттарға яуап биргән ойошмаларға, шулай уҡ, Сәнәғәтте үҫтереү федераль үҙәгенән 50 миллион һумдан алып 300 миллион һумғаса льготалы кредит алыу мөмкинлеге бирелә.