Дауахананың эше яҡшырҙы20.11.2018
Яңыраҡ Федоровка районы хакимиәтенең эш төркөмө менән район гәзите журналистары үҙәк дауахана табиптарының сирлеләрҙе нисек ҡабул итеүен, ниндәй мөғәләмәлә булыуын өйрәнде.

– Беҙ үҙ эшмәкәрлегебеҙҙә “һаҡсыл производство” тип аталған йүнәлеште дауам итәбеҙ, йәғни сирлеләр һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ, – ти район үҙәк дауаханаһының баш табибы Руслан Хәбибуллин. – Бының өсөн заманса дауаханаларҙың тәжрибәһен дә өйрәнәбеҙ, беҙҙең шарттарҙа нисек ҡулланып булырын иҫәпкә алабыҙ.

Эш төркөмө булған көндә поликлиникала сират юҡ ине тирлек. Алдан телефон аша яҙылып булыу мөмкинлеге лә сиратты кәметә, был осраҡта регистратура хеҙмәткәрҙәре сирленең карточкаһын ул килеүгә табип алдына индереп һала. Поликлиникала шәфҡәт туташының посы эшләүе лә ҡулайлы: бында ҡан баҫымын үлсәтергә, кәңәшләшергә, табипҡа йүнәлтмә алырға мөмкин. Тикшереү үтеү өсөн кабинеттарҙы бер урынға туплау ауырыуҙарҙы төрлө ҡаттар буйлап йөрөүҙән ҡотҡара.



Вернуться назад