Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән әйтем тап Илһам Байбулдин кеүектәргә әйтелгән кеүек. Оҫта ҡурайсы, думбырасы булыуы өҫтөнә ул ошо уйын ҡоралдарын ҡойоп ҡуйғандай эшләүе менән дә һоҡланыу уята.
Ошо көндәрҙә Илһам Ханнан улы Абакан ҡалаһында өзләүселәр араһында I халыҡ-ара конкурста ҡатнашты. Бәйгелә көс һынашыусылар милли музыка ҡоралында уйнап, өзләргә, халыҡ ижады геройын тамашасылар иғтибарына тәҡдим итергә тейеш ине.
Тыва, Хакас, Бүрәт, Алтай, Саха (Яҡут), Ҡалмыҡ республикаларынан, Ҡытайҙан, Монголиянан килгән иң көслө сәнғәт әһелдәре араһында Илһам III дәрәжә лауреаты булды.