Заманса реабилитация үҙәге төҙөләсәк20.11.2018
Республика Йортондағы был осрашыу ғәҙәти булмағанса сәй табыны артында, йылы мөнәсәбәттә үтте. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров инвалид балаларҙың ата-әсәһе менән осрашты, уларҙы борсоған проблемалар менән танышты.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, баш ҡалала үҙенсәлекле балалар өсөн ҙур заманса социаль-реабилитация комплексы төҙөү планлаштырыла.
— Был элекке “Салют” шифаханаһы нигеҙендәге республика кимәлендәге учреждение буласаҡ. Хәҙерге ваҡытта уның проекты тикшерелә, ә беҙ уны тиҙ төҙөйәсәкбеҙ. 2020 йылда үҙәкте сафҡа индерәсәкбеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров.


Төбәктә әлеге ваҡытта 16 меңдән ашыу инвалид бала бар. Һәр береһенең үҙенә генә хас ауырлыҡтары, хәл итәһе мәсьәләләре етерлек. Яҙмыштары ла ҡатмарлы. Яңы үҙәк төҙөлөү менән үҙенсәлекле балаларға өҫтәмә һәм һөнәри белем алыу өсөн мөмкинлектәр артасаҡ. Психологик-медик-педагогик комиссияның ошонда урынлашыуы ла балалар һәм ата-әсәләр өсөн бик уңайлы буласаҡ. 21 көн дауамында реабилитация хеҙмәттәренән файҙаланыуҙың бәләкәстәрҙе социаль яраҡлаштырыуҙа ҙур аҙым буласағы бәхәсһеҙ. Бынан тыш, республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә лә реабилитация үҙәге төҙөү мәсьәләһе ҡарала.

Ғөмүмән, республика етәксеһе һәр тәҡдимде ентекләп өйрәнәсәген белдерҙе, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Ивановаға 1 декабргә тиклем йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән ошо етди мәсьәләне тикшереүҙе йөкмәтте.

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр, уларҙың мәсьәләләрен хәл итеүгә ярҙам ҡулы һуҙған ведомство, министрлыҡ, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығындағы бындай осрашыуҙар йылына өс тапҡыр уҙасаҡ. Сираттағыһы апрель айына билдәләнде.


Вернуться назад