“Балалар мәктәпкә һалҡын автобуста йөрөргә тейеш түгел”20.11.2018
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә: “Балаларҙы мәктәпкә һалҡын автобустарҙа йөрөтөргә ярамай. Ошондай һәр етешһеҙлек тураһында миңә хәбәр итәсәктәр”, тип белдерҙе.

– Әлегә хәүеф юҡ, әммә 20 градус һалҡында уҡыусылар автобустарҙа өшөп-туңып барырға тейеш түгел, – тине ул. – Был мәсьәлә ябай, уны хакимиәт башлыҡтары хәл итә ала. Йә яғыулыҡты күберәк сарыфларға тура киләсәк, йә автобус йылы бокста торорға тейеш.

Республика етәксеһе иғтибарҙы йүнәлткән икенсе мәсьәлә – кесе класс балалары өлкән кластарҙың дәресе бөткәс кенә улар менән бергә ҡайтып китергә мәжбүр. Был ваҡытта уларға берәү ҙә күҙ-ҡолаҡ түгел. Әммә был проблеманы ыңғай хәл иткән райондар бар. Радий Хәбиров ошо йәһәттән Борай районының ыңғай тәжрибәһен миҫалға килтерҙе.


Вернуться назад