22 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы “Күсемһеҙ милек объекттарының кадастр хаҡы” тигән темаға “ҡыҙыу телефон элемтәһе” ойоштора.
Унда шылтыратып, күсемһеҙ милкегеҙҙең кадастр хаҡын, уның нисек билдәләнеүен, кадастр хаҡының һалымға йоғонтоһон, ҡуйылған хаҡ менән килешмәгән осраҡта, уны үҙгәртеү ғәмәлдәрен белергә мөмкин.
Һорауҙарға “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығындағы күсемһеҙ милектең кадастр хаҡы бүлеге начальнигы Татьяна Владимировна Горелова яуап бирә. “Ҡыҙыу элемтә” телефоны: 8 (347) 224-36-05.