Ил Хөкүмәте киләһе йылға эшһеҙлек буйынса пособие күләмен билдәләне.
Эшһеҙ тип рәсми танылған граждандар өсөн минималь түләү айына 1 500 һум тәшкил итәсәк. Иң күбе — 8 мең һум. Пенсияға сығыу йәшенә етеп барыусылар өсөн минималь түләү шулай уҡ 1 500 һум, иң юғары сумма 11 280 һум буласаҡ.
Башҡортостанда әле рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 20 мең 700 кеше.