Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатын Яңы Отрада ауылындағы тамамланмаған төҙөлөшкә техник план әҙерләү маҡсатында кадастр инженерға мөрәжәғәт итә. Участкала бер ниндәй ҙә төҙөлөш алып барылмаһа ла, кадастр инженеры хужабикәгә 10 сутый ерҙе теркәү мөмкинлеген биреү өсөн планға капиталь төҙөлөш тураһында мәғлүмәттәр индерә.
Стәрлетамаҡ район прокуратураһы кадастр инженерҙың күсемһеҙ милекте кадастр иҫәбенә ҡуйған саҡта ҡануниәтте боҙоуын асыҡлап, административ эш ҡуҙғата. Шулай итеп, мировой суд техник планға ялған мәғлүмәт индергәне өсөн инженерға 30 мең һум штраф һала. Апелляция инстанцияһы суды ла был ҡарарҙы көсөндә ҡалдыра.