Һуңғы йылдарҙа республикала ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу буйынса төрлө программалар уңышлы эшләп килә. Улар араһынан “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” проекты бигерәк тә ваҡытлы булды, сөнки ошо программа ярҙамында бихисап эште атҡарып сығыу өсөн мөмкинлектәр асылды.
Ғафури районының Үтәк ауылы халҡы дөйөм йыйылышта балалар майҙансығы өсөн тауыш биргәйне. Проект конкурста еңеп сыҡты һәм ауылыбыҙға йәм өҫтәп уйын майҙансығы барлыҡҡа килде.
Күптән түгел ауылдаштар дөйөм йыйылыш уҙғарып, артабан хәл итәһе мәсьәләләрҙе барланы. Көн тәртибендә мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын яңыртыу һәм Тәңребәк ҡойоһон төҙөкләндереү тураһында һорауҙар ҡаралды. Халыҡ фекер алышып кәңәшләшкәндән һуң ауылыбыҙ уртаһынан аҡҡан Тәңребәк шишмәһе өсөн тауыш бирҙе. Урындағы эшҡыуар, рәссам-биҙәүсе Илдар Баймөхәмәтов был изге эшкә ҡағылышлы үҙ проектын тәҡдим итте, ул бер тауыштан хупланды.
Үтәктәр тәбиғәт яҙмышына битараф түгел: өс йыл элек ауылыбыҙ башындағы шишмә, быйыл Баҡалы ҡойоһо төҙөкләндерелде. Уларҙың тирә-яғы кәртәләп алынды, ағас ултыртылды, ял урындары барлыҡҡа килде, юлға ҡырсынташ түшәлде. Шишмәне тәртипкә килтереүгә урындағы хакимиәт аҡса бүлде, ә Баҡалы ҡойоһон төҙөкләндереүгә киткән сығымдарҙы ауылдашыбыҙ Камил Мәхмүтов үҙ өҫтөнә алды. Ул изге башланғысҡа 100 мең һум самаһы аҡса йүнәлтте. Ә биҙәү-төҙөкләндереү эштәрен рәссам Илдар Баймөхәмәтов менән балта оҫтаһы Ринат Маликов урын-еренә еткереп ҡуйҙы. Ике оҫта тыуҙырған матурлыҡтан шишмәләребеҙ танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, күркәмләнде.
Әле бына сират Тәңребәк ҡойоһона етте. Ул ауылыбыҙға нигеҙ һалған Үтәк бабай вариҫы Тәңребәк Фәтҡуллиндың исеме менән бәйле. Тәнгә һәм йәнгә сихәт биреүсе шишмәнең һыуын кемдәр генә эсмәгән, кемдәр генә уға рәхмәт уҡымаған. Унан ҡышын да, йәйен дә халыҡ өҙөлмәй. Ауылыбыҙға төшкән йәш килендәргә һыу юлын күрһәткәндә лә тап ошо Тәңребәккә алып киләләр.
Тик тәбиғәт һәр ваҡыт һаҡлауға, яҡлауға мохтаж. Шишмәләр ҙә тәрбиәләп торғанда ғына мул һәм таҙа һыулы була. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, Тәңребәк ҡойоһо ла хозур, матур урынға әйләнер тип өмөтләнәбеҙ, изге эшкә тотош ауылыбыҙ менән өлөш индерәсәкбеҙ.