Исемең шәп булһын, ырыуыңа иш булһын!20.11.2018
Ғаилә йылы айҡанлы Хәйбулланың ауыл китапханалары араһында “Ғаилә – тормоштоң тылсымлы символы” тип аталған район конкурсы иғлан ителде. Уның шарттары буйынса һәр китапхана билдәләнгән йүнәлеш буйынса матур сара әҙерләргә тейеш ине.

Юлбарыҫ ауылы китапханаһы “Исемең шәп булһын, ырыуыңа иш булһын!” тип аталған фәһемле сара үткәрҙе. Ата-әсәнең бала алдында мотлаҡ үтәлергә тейешле өс төп бурысы бар. Беренсеһе – сабыйға матур, мәғәнәле исем ҡушыу; икенсеһе – баланың кем менән дуҫ булыуына диҡҡәт итеү һәм өсөнсөһө – лайыҡлы ғүмер юлдашы һайлауҙа ярҙамлашыу.

Сара башында “Кеше исемдәре ҡасан килеп сыҡҡан?” тигән һорауға яуап эҙләнек. Гөлсәриә Вәхитова “Урал батыр” эпосына таянып, исемдәрҙең бик борон замандарҙа уҡ барлыҡҡа килеүен билдәләне. Уҡытыусы Миң­легөл Байғужина “Башҡорт исемдә­ренең килеп сығышы тарихы” тура­һында презентация тәҡдим итте, ә ағинәйҙәр төрлө ырымдарға, йолаларға бәйле башҡорт исемдәре менән таныштырҙы.

– Бала исемһеҙ бер көн, хатта бер сәғәт тә ҡалырға тейеш түгел, юғиһә уны ен-пәрейҙәр алмаштыра ла үҙҙәренең исемен ҡушып өлгөрә тип ышанғандар. Ошоға бәйле халҡыбыҙҙа “йүргәк исеме” ҡушыу йолаһы булған. Кендек инәһе баланы ҡабул итеп алғас, ҡолағына исем әйтеп йүргәккә төргән. “Йүргәк исеме” баланы яман көстәрҙән һаҡлай, – тип һөйләне ағинәй Рәйлә Байғужина. Артабан ауылыбыҙ аҡ­һаҡалы Булат Таймасов балаға исем ҡушыу йолаһын күрһәтте.

Хәйбулла районының ЗАГС бүлеге начальнигы Заһира Биккинина биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, быйыл туғыҙ айҙа беҙҙә 255 бала тыуған, шуларҙың 139-ы малай, 116-һы ҡыҙ. Хәйбулла малайҙары араһында иң таралған исемдәр: Искәндәр (49), Бәхтийәр (37), Динислам (35), Ислам (30), Вадим (17). Ҡыҙҙар өсөн ата-әсәләр йышыраҡ ошо исемдәрҙе һайлай: Алина (40), Самира (40), Әминә (34).

Йомғаҡлап шуны әйткем килә: ата-әсә үҙ балаһына исем ҡушҡанда ашыҡмаһын ине. Ҡушылған исем киләсәктә оялырлыҡ булмаһын, сөнки исем – кешегә ғүмерендә иң күп ишетергә тура килгән һүҙ ул.


Вернуться назад